+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
21 Май 2020, 16:13

Май айында ла ҡар яуа

Бөгөн төндә Белорет районында ҡар яуған. Был таулы районда майҙа ла ҡар яуғаны ғәҙәти хәл тиҙәр.

Синоптиктар урындағы халыҡты ҡырау төшөү ихтималлығы хаҡында иҫкәртте, ләкин улар уянғас баҡсала һәм урамда аҡ ҡар күрербеҙ тип көтмәгәйне.
Белореттар социаль селтәрҙә бер-береһен ҡыш етеүе һәм яңы йыл менән ҡотлай башланы.
Теплица эшләгән баҡсасылар майҙағы тотороҡһоҙ һауа торошоно бик зарланмай. Ләкин ҡапыл яуған ҡарҙан уңышының бер өлөшөн юғалтыусылар ҙа булыуы мөмкин.
Фото: социаль селтәрҙәр
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: