23-24 июнь республикала һауа температураһы +18, +24 градус буласаҡ тип фаразлай синоптиктар. Был 1-2 градусҡа норманан түбән.
Аҙнаның икенсе яртыһы Урал тауҙарын арктик һыуығы ҡаплай. Һауа температураһы 4-6 градусҡаса түбәнәйәсәк. Төнөн +2, +7, урыны менән аяҙығанда ҡырау төшөүе ихтимал, 0, -2 градусҡаса. Көндөҙ +11, +17. Ямғыр яуасаҡ тип тә фаразлай синоптиктар.
Июнь айынын өсөнсө декадаһында уртаса һауа температураһы норманан 4 градусҡа түбән буласаҡ.
фото: Бөрйән районы Килдеғол ауылы Исхакова Лиана