+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
14 Июль 2020, 20:46

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы аномаль эҫелек тураһында иҫкәртә

Башҡортостанда хәүефле күренештәр фаразлана.

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, 15 июлдә республикала 38-40 градус эҫелек, күпселек райондарҙа аномаль эҫе һауа торошо көтөлә, республиканың көньяғында ғәҙәттән тыш класлы янғын хәүефе һаҡлана.
Тәүлек дауамында аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 2-7 метр, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 19-24 градус, урыны менән 14-кә тиклем, көндөҙ 34-37, урыны менән 38-40 градус эҫе.
Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге һәйбәт.
Өфөлә аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 2-7 метр, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 18-20, ҡала үҙәгендә 23-кә тиклем, көндөҙ 35-37.
Читайте нас: