+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
1 Апрель 2021, 08:21

1 АПРЕЛЬ ХАЛЫҠ-АРА ҠОШТАР КӨНӨ

Борондан кешелек ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһынған. Улар һымаҡ бейектә осорға, моңло итеп йырларға хыялланған.

Шуға ла халыҡ араһында оҫта йырсыны –һандуғас, ҡыйыу көрәшсене – бөркөт, һылыу ҡыҙҙарҙы ҡарлуғас, аҡҡошом тип йөрөткәндәр. Шулай уҡ ҡоштар образы һынамыштарҙа ла осрай. Сөнки беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борон-борондан һауа торошон ҡоштарға ҡарап билдәләгән.
Шуларҙың бер нисәүһе менән танышып китәйек:
Ҡарлуғас түбән осһа, ямғыр яуа.
Ҡарғалар ағастың аҫҡы ботағына ҡунһа, ел булыр.
Һайыҫҡан шыҡырлаһа, кеше килә.
Сыйырсыҡтар алдан килһә, иген уңыр.
Ҡоштар ҡар өҫтөнә төшһә - көн йылына.
Ҡоштар иртә килһә - йәй ҡоролоҡ була.
Сыйырсыҡтан алда турғай килһә - туҡлыҡ була.
Ҡарлуғас иртә килһә-көндәр матурланыр.
Ғалимдар иҫәпләүе буйынса, ер йөҙөндә 100 млрд ҡош йәшәй. Башҡортостанда ҡоштарҙың 300 төрөн осратырға мөмкин.
Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙярҙамсыларыбыҙ. Сөнки улар баҡсалағы зарарлы бөжәктәрҙе сүпләй. Сыйырсыҡ көн буйына 350 бөжәк ашай. 1 пар сыйырсыҡ, балаларын осороп ебәргәнсе, 8 меңләп зарарлы ҡортто ҡыра икән. Ҡарлуғас йәй буйына 1 миллионға яҡын бөжәкте юҡ итә. Кәкүк 1 сәғәттә ағастың 100 ҡортон ашай. Бәләкәй генә ҡарабаш турғай балаларын тәүлегенә 400 тапҡыр ашата, ти. 1 пар ҡарабаш турғай бер йәйҙә 40 төп алмағасты зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлап ҡала.
Сыйырсыҡты халыҡ кеше көлдөрөүсе тип тә атай. Ул бесәй булып мыяулай, тауыҡ булып ҡытҡылдай, баҡа булып баҡылдай, бала һымаҡ илай, һыҙғыра ла ала икән.
Шуға күрә ҡоштарҙы яратығыҙ, һаҡлағыҙ. Оялар яһап уларҙы ҡаршы алығыҙ. Ҡош ояларын туҙҙырмағыҙ. Сөнки ҡоштар ҙур файҙа ғына килтереп ҡалмай, улар тәбиғәтте матурлай һәм йәнләндерә.
Сәлимә ҠАРАНАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: