+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
7 Июнь 2021, 10:03

Өфөлә пиондар фестивале үтте...

Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты ойошторған матурлыҡ байрамында сәскәләр коллекцияһына экскурсия, күргәҙмә, агротехника буйынса консультация, балалар өсөн һүрәт төшөрөү конкурсы ойошторолдо.

Ботаника баҡсаһында, әйтерһең, пиондар диңгеҙе тулҡыны. Бер гектар участкала был сәскәләрҙең өс йөҙҙән ашыу төрө ултыртылған,уларҙың утыҙы Башҡортостанда сығарылған. Әйтәйек алғы рәттәге ал пиондар Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Шағир иҫән сағында уға был төр ҡыуаҡ бүләккә тапшырылған булған.
Башҡортостан ғалимдары селекция эшен әүҙем алып барып, ҡырыҫ һауа шарттарына тиҙ яраҡлашҡан яңы төрҙәр булдырған. Ғәҙәттәгесә июндә пиондар бер баҫыуҙай ҡалҡып, биләмәне сағыу төҫтәргә күмә. Быйыл май йылы килеүгә бәйле, күп йыллыҡ баҡса гөлө ике аҙнаға алдараҡ сәскә атҡан. Пиондар мәккәһенә шаһит булырға теләүселәр күп. Хайран ҡалырлыҡ матурлыҡ фонында фотоға төшөргә киләләр.
Участкаһында пион үҫтерергә теләүселәр, был эшкә көҙгөһөн тотона ала. Тик тәүге йылда сәскә аттырырға ярамай. «Үҫемлек нығынырға тейеш,»-ти белгестәр. Был турала Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты ойошторған пиондар фестивалендә лә билдәләнде. Теләгән һәр кем агротехника буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша алды. Сара сиктәрендә күргәҙмә лә үтте. Хуш еҫле сәскәләр коллекцияһы барса йыйылған халыҡты йәнә һоҡландырҙы.
Майҙанда йыйылған балалар өсөн ижади бәйгеләр ҙә ойошторолдо. Ҡәләм, буяуҙар ярҙамында пиондарҙың күсермәләре барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, ботаника баҡсаһында был сәскә байрамы тәүге йыл ғына ойошторолмай, тәү маҡсатта – аҙна-ун көн генә матурлығы менән ҡыуандырған ер гөлләмәләренә иғтибарҙы арттырыу.
Читайте нас: