+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
19 Сентябрь 2021, 14:10

Аҡ торна

Беҙҙең яҡта һирәк күренә торған был ҡош атамаһы халыҡта күберәк образлы һүҙбәйләнеш рәүешендә генә йөрөй.

Аҡ торна
Аҡ торна

Сөнки Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына һәм Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапҡа ингән был ҡош төньяҡта йәшәй, юҡҡа сығыу сигенә килеп еткән һәм Башҡортостанға аҙашып ҡына килеп сыға. Аҡ торна (стерх) – бик эре ҡош, бейеклеге 140 см, ауырлығы 8 килограмға, ҡанат йәйеме 2,3 метрға етә. Ата менән инә ҡош бер-береһенән әллә ни айырылмай, тик аталары саҡ ҡына ҙурыраҡ була. Даими рәүештә Яҡутстандың төньяғында йәшәй, ә 1979 йылда Ока йылғаһы буйында уларҙы үрсетеү һәм һаҡлау буйынса дәүләт ҡурсаулығы төҙөлдө.

Аҡ торна бик һаҡ ҡош, өркәк тиергә мөмкин. Кешене күреү менән үк, хатта балалы ояһын ташлап китеүе ихтимал. Ә ояны улар һыу эсендә ҡора, бының өсөн һаҙлыҡта утрау яһай. Был уларҙы һаҡлау һәм үрсетеүҙә ҙур ҡатмарлылыҡтар тыуҙыра, сөнки ата-инәһеҙ ҡалған торна балалары һәләк була.

Инә ҡош ике йомортҡа һала, бер айҙан уларҙан сыҡҡан себештәрҙең, ғәҙәттә, береһе генә иҫән ҡала.

Йәшәгән урындары кеше үтә алмаҫлыҡ һаҙлыҡтар булғанлыҡтан, был ҡоштарҙың теүәл генә иҫәбен алырлыҡ түгел, шулай ҙа донъяла аҡ торналар өс меңләп кенә ҡалған тип һанала. “Ока” ҡурсаулығында йөҙ торна балаһы үҫтерелеп, тәбиғәткә сығарылған. Бының өсөн, ике йомортҡанан бер бала иҫән ҡалыуын иҫәпкә алып, ояһынан бер йомортҡаһы алына ла, инкубаторҙа сығарыла. Уларҙы махсус дельтаплан ярҙамында осорға өйрәтәләр һәм көньяҡҡа китергә юл күрһәтәләр.

Был проектта, ишетеүегеҙсә, Рәсәй Президенты В. Путин да ҡатнашты. Сөнки торналар бер-береһенән күреп кенә, өлкәндәренә эйәреп оҙон юлға сыға ала. Шуға уларҙы бәләкәйҙән бер лидер әйҙәргә тейеш. Өлкән ҡоштар бик өркәк булғанға күрә лә “лидер” ролен дельтаплан башҡара.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: