Бөгөн Өфөлә Матбуғат йорто янында ҙур өмә үтте. “Аманат”, “Тамаша”, “Шоңҡар” журналдары, "Башҡортостан", "Йәшлек”, "Истоки", "Сельские узоры", "Вечерняя Уфа" һәм башҡа гәзит-журналдар хеҙмәткәрҙәре күңелле байрамға дәррәү ҡушылды: Матбуғат йорто янында үҫкән ағастарҙы тәртипкә килтерҙе, эргә-тирәне көҙгө япраҡтарҙан таҙартты.