+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
1 Апрель 2022, 10:30

Апрель айы һынамыштары

Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр. Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.

Апрель айы һынамыштары
Апрель айы һынамыштары

- Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.


- Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы – йылы йәйгә.


- Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.


- Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.


- Апрелдә ҡарлуғастар килмәһә, һалҡын яҙға.


- 1 апрелдә көн торошо ниндәй, октябрҙең беренсе көнө лә шундай булыр.


- 12 апрелдә бәпембә сәскә атһа, йәй ҡыҫҡа булыр.


- 15 апрелдә йылғалар боҙҙарынан ташып аҡһа, бесән мул булыр.


- 24 апрелгә тиклем ҡар һыуҙары ағып бөтмәһә, тимәк, яҙ һуң килә.

Апрель айы һынамыштары
Апрель айы һынамыштары
Апрель айы һынамыштары
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: