Акцияға ҡушылып, журналға бөтөн уҡыусылары ла яҙылған синыфтарҙың фотоларын баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Бөтөн синыф менән "Аманат"ҡа акцияһында ҡушылып, яратҡан журналдарына яҙылғандар артҡандан-арта бара. Дуҫтар, һеҙ ҙә акцияға ҡушылығыҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөтөн балалары ла “Аманат”ҡа яҙылған синыф – “Аманат”тың Маҡтау билдәһе, ә етәкселәре Рәхмәт кәлимәһе менән бүләкләнә.
Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа акцияһына Ғафури районының Имәндәш ауылының 2-се һәм 4-се (синыф етәксеһе – Ишемйәрова Гөлдәр Сәлимйән ҡыҙы) һәм 3-сө (синыф етәксеһе – Мәхмүтова Анфиса Айрат ҡыҙы) уҡыусылары ла дәррәү ҡушылды.
“Аманат”ты яратып уҡығас, бөтөнөбөҙ бергә, синыф менән яҙылдыҡ.
Артабан да “Аманат”ҡа тоғро ҡаласаҡбыҙ!” – тиҙәр улар.