Һабантурғай тигәндә, беҙ ғәҙәттә баҫыу өҫтөндә сырылдап йырлап торған турғайҙы күҙ алдына баҫтырабыҙ Ләкин беҙҙә уларҙың алты төрө йәшәй, ә донъяла һабан турғайҙарының “мөгөҙлөһө”, хатта ҡараһы ла бар!
Йүрелек иһә – урман һабан турғайы. Урманда уҡ йәшәмәһә лә, ул ағаслы урындарҙы үҙ итә. Шуға ла уның русса исеме – жаворонок лесной, юла. Баҫыу һабантурғайын беҙ ерҙә йәшәп, һауала аҫылынып тороп һайрай тип беләбеҙ, ә йүрелек иһә ағас башына ла ултырып һайрай. Шуныһы үҙенсәлекле: йүрелектең һайрауын йәшәгән урынында бик оҙаҡ ишетергә мөмкин, ул килеп етмәҫ борон юлда ла һайрауынан туҡтамай, йәй буйына ла уның яңғырау тауышын урманда ишетергә мөмкин, инәһе ояла йомортҡа баҫып ултырғанда ата ҡошсоҡ хатта төндәрен дә һайрай – өҙлөкһөҙ һайраусы турғай тиергә була уны. Тап шуның өсөн дә, моғайын, ҡошсолар уны аулап, йә һатып алып, өйҙә ситлектә аҫырайҙарҙыр ҙа. Тик был ҡоштоң осоу үҙенсәлеге шунда: һәр һабан турғайы һымаҡ, ул ултырған еренән текә өҫкә күтәрелеп китә, шуға ла ситлек түбәһенә бәрелеп, йәрәхәтләнеү хәүефе бар.
Ҡиәфәте менән ул һоро турғайға оҡшаған, тик үҙенсәлекле ҡашы менән айырыла: ҡаш тип күҙ өҫтөндәге ҡара һыҙат атала, ә был турғайҙың иһә ҡашы аҡ. Башында бүреге лә бар, тик уны күберәк йыйып йөрөй, ҡайһы саҡта ғына башындағы “сәс” өлтөгөн күтәреп, унан бүрек яһай ала. Ата ҡош менән инәһе бер-береһенән айырылмай.
Йәшәү рәүеше ағас башында булһа ла, бөтә һабантурғайҙар һымаҡ, был ҡошсоҡ ерҙә оялай, ерҙән бик йылдам йүгереп йөрөй. Йүрелек тигән исеме лә, моғайын, шунан алынғандыр. Ояһы үлән араһында йә ҡыуаҡ төбөндә була. Унда көрән төртөклө 3-6 бөртөк йомортҡа һала, ике аҙнанан сыҡҡан балалары ояла оҙаҡ йәшәмәй, ата-инәһе уларҙы сығарып ебәреү яғын ҡарай ҙа, икенсе ерҙә тағы оя ҡорорға тотона. Бер яһалған ояһын ерҙә йәшәүсе йыртҡыстар ҡыйратып, юҡ итһә, шундуҡ ҡоштар пары икенсе оя төҙөргә тотона.
Ситлектә урман һабантурғайы – йүрелектең 10 йыл йәшәгәне билдәле. Ҡытайҙа хатта улар араһында йырлау буйынса ярыштар ҙа ойошторалар, имеш! Ләкин был ҡошсоҡ, бик оҙаҡ йырларға яратһа ла, тауышының төрлөлөгө юҡ, ул гел бер төрлө генә тауыш сығара. Йылы яҡҡа был ҡошсоҡтар йыраҡ китмәйҙәр, ҡыш булмаған урындар уларға етә. Яҙын иртә ҡайталар, ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән уларҙың тауышы ишетелә башлай. Тик һуңғы йылдарҙа, ни сәбәптәндер, йүрелектәр беҙҙең яҡтарҙа кәмей башланы.