Был гөлдө беҙ һыу буйҙарында, быуа-күл буйҙарында йыш күрәбеҙ, хатта сәскә түтәлдәрендә лә үҫтерәләр. Ләкин уның исемен белгән кеше һирәк. Һабын сәскә, әлбиттә, рәсми атамаһына ҡарағанда (мыльнянка лекарственная) бик күп сирҙәрҙән дауаға эйә. Ләкин башҡорттар уға уғата үҙенсәлекле исем биргән – һабын. Тимәк, хужалыҡта ла уның файҙаһы барлығын һынап ҡарағандар. Ундай сифаттар, составында сапониндар (Әйткәндәй, был үләндең латин исеме лә Сапонин) күп булыуы сәбәпле, беҙҙең яҡта киң таралған ҡаҙаяҡҡа (папоротник) һәм ҡырҡбыуынға (хвощ) ғына хас. Медицинала, хатта аҙыҡ-түлек, косметик майҙар әҙерләүҙә төрлө төнәтмәләр, ҡушымталар итеп файҙаланыуҙа һабын сәскәһе бик күп ҡулланыла.
Күп йыллыҡ үҫемлек булыуы арҡаһында, һабын сәскәһен тамырынан да, емеше ярҙамында ла үрсетергә мөмкин. Булған ерендә, әлбиттә, уның тамырын ҡаҙып алып әҙерләү ҡулай. Мәҫәлән, минең баҡса янындағы быуа буйында ул бик күпләп үҫә. Сәскәһе бик матур булғанлыҡтан, ҡаҙып алып түтәлгә лә ултырттым. Өфөлә орлоҡтарын һәм киптерелгән үләнен, тамырҙарын һатыуҙа ла күргәнем бар.
Һәр дарыу үләне һымаҡ, һабын сәскә ағыулы. Ныҡ түгел, әммә самаһын белмәйенсә төнәтмәһен эскәндә, кешегә зыян итеүе бар. Ләкин, ашау өсөн ҡулланыла торған үҫемлек булмағас, әлбиттә, һабын сәскәһен береһе лә ашап тормай. Ә бына хужалыҡта һабын урынына уның тамырын ҡулланалар. Бының өсөн уны ҡаҙып алып, ваҡлап һәм киптереп һаҡларға кәрәк. Бигерәк тә кер һабыны урынына йөн һәм ебәк туҡымаларҙы йыуыр өсөн һәйбәт. Сәс йыуырға, төнәтмәһе менән тәнде ышҡырға ла файҙалы. Был үлән байтаҡ илдәрҙә рәсми медицина тарафынан ҡулланыуға индерелгән, косметик әйберҙәр эшләүҙә лә киң ҡулланыла. Сәскәһен яртылаш сәскә атҡан ваҡытта (яртылаш сәскә атыу – сәскәлектә ярты таждың сәскәле булыуы), тамырын иһә сәскә атып бөткәндән һуң йыялар.
Кер йыйыу өсөн кипкән тамырын бер ус итеп алып, 15 минут һыуҙа ҡайнатып алыу етә. Бешереү була инде был. Һыу күбекләнеп торасаҡ. Ә бына сәсте йыуыу өсөн иһә “шампунде” былай әҙерләйҙәр: 30 грамм кипкән тамырҙы ҡайнаған һыуға һалып, 12 сәғәт тоторға кәрәк. Унан төнәтмәне кәстрүлгә күсереп, 15 минут ҡайнатырға. Һыуытҡас уны быяла шешәгә һалып һыуытҡыста һаҡларға мөмкин. Шунда уҡ сәс йә кер йыуырға итһәгеҙ, йәшел үләнде йә яңы ҡаҙылған тамырҙы шул килеш эҫе һыуҙа миндек һымаҡ бешерергә лә ярай. Ҡатын-ҡыҙ ғәҙәттә кесерткәнде шулай мунсала һыуҙа бешереп сәсен йыуа. Был төнәтмәгә сәсте йыуғанда файҙалынылған башҡа төрлө үләндәрҙе лә ҡушырға мөмкин: мәҫәлән, ромашка йә ҡара сәскә – имән ҡайырыһы. Уларын кибеттә һатылған шампундәрҙең составынан ҡарап белә алаһығыҙ.
Медицинала һабын сәскәһен ҡулланыу өлкәләре бик күп. Уларын кәрәк саҡта тейешле белешмәләрҙән эҙләп табырға мөмкин. Әммә үҫкән урынын белеп, танып ҡуйыу һәм баҡсағыҙҙа сәскә түтәлендә матур сәскәһен үҙтереү – кәрәк саҡта был бик файҙалы үҫемлектең ҡул осонда булыуына ярҙам итер.