+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
24 Март 2023, 15:33

Тулған айға ҡарарға яраймы?

Ай тулғанда психик сирҙәрҙең көсәйеүен раҫлай ғалимдар. Быны нисек аңлаталар?

Тулған айға ҡарарға яраймы?
Тулған айға ҡарарға яраймы?

Зәңгәр күктән күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ серле нурҙар һипкән тулы ай борон замандарҙан уҡ кешелә тылсымлы тойғолар кисерергә мәжбүр иткән. Шуныһы ла мәғлүм: ер йөҙөндәге кире күренештәрҙең айҙың үҙгәреүенә бәйле булыуын да электән һиҙемләгәндәр, әммә ни өсөн шулай икәнлеген берәү ҙә аңлата алмаған. Хатта психиатрия өлкәһендәге ғалимдар ҙа, клиник тикшеренеүҙәргә һылтанып, психик сирҙәрҙең тулы ай осоронда көсәйеүен раҫлай.
Был күренеште өйрәнгән белгестәр шуны иҫкәртә: тулған айға оҙаҡ ҡарап тороу баш ауыртыуы барлыҡҡа килтерә, күҙ алды ҡараңғылана һәм баш әйләнә. Тулы ай “лунатизм” сиренә лә килтерергә мөмкин. Был тойғоло, эмоциональ яҡтан тотороҡһоҙ кешеләргә хас.
Боронғолар тулы айға ҡарамаҫҡа тырышҡан, тәҙрәнән тулы ай яҡтыртҡанда ҡорған ҡаплай торған булған, айырыуса йоҡлап ятҡан балаға тулы ай нурҙары төшөүен булдырмаҫҡа тырышҡан.

Автор:аманат
Читайте нас: