Математик бал ҡорттары
Беҙҙең донъя мөғжизәләргә тулған. Теүәл фәндәр араһында ниндәйҙер сихрилеккә ышаныу ят. Әммә тирә-яғыбыҙға күҙ һалһаҡ, беҙҙең тирәләй һандар, формулалар, сиселмәҫ мәсьәләләр, баш ватҡыстар уратып алған. Математик алымдарҙы беҙ кешелектә генә ҡулланабыҙмы тиһәк, баҡтиһәң үҫентеләр ҙә, хайуандар ҙа, ҡоштар ҙа, бөжәктәр ҙә файҙалана икән. Һуңғылары был алымды нығыраҡ ҡулланалар. Беҙҙең математиканы, физиканы, химияны өйрәнеү мөмкинлегебеҙ күп булып та, өйрәнеп бөтмәйбеҙ, өйрәнгәндең дә бер нисә процентын ғына тормошта үҙ файҙабыҙға ҡулланабыҙ. Ә бына ҡоштар, хайуандар, бөжәктәр тәбиғәт ярҙамында бирелгән математик белемдәрен түкмәйенсә-сәсмәйенсә 100 процент файҙаланалар.
Бөгөн һүҙ алып барасаҡ йән эйәләре беҙҙең тормошҡа ныҡлап үтеп ингән, өҫтәлебеҙгә иң татлы, файҙалы ризыҡты бүләк итеүсе бал ҡорттары тураһында.
Ә һеҙ беләһегеҙме ошо ябай ғына бөжәктең етмештән ашыу төрлө-төрлө һөнәре бар икәнен. Улар тыуғас 21 көн буйы умартала, йә иһә солоҡ эсендә йәшәй. Шуның 12-21 көндәрендә эстә тәртип, таҙалыҡ тоталар. Иң тәүҙә бәләкәй бөжәктәрҙе, ун ике көндән бәләкәйҙәр ҙе, ашаталар, ҡарайҙар, һәр бер күҙәнәкте таҙартып торалар. Кәрәк ваҡытта эстә һыуыҡ булмаһын өсөн ҡанаттары менән елпеп температураны 35 градусҡа тиклем күтәрәләр (таш ошо температура эстә даими тотола), умарта эсен елләтеп торалар, йә иһә эҫе булып китһә, тышҡа сығып арҡаларына һыу һалып килтереп ҡанаттары менән елпеп һыуындыралар. Ауырып киткән бал ҡорттарын төрлө-төрлө балдар менән һауыҡтыралар. Әгәр ҙә һауығырлыҡ булмаһа, йә иһә ҡалғандарға тиҙ күсеүсән киҙеү булһа, ул саҡта ауырыу ҡортто тышҡа сығаралар, сөнки башҡаларҙың һаулығын ҡайғырталар. Шул уҡ ваҡытта төрлө ауырыуҙар инмәһен өсөн солоҡтоң, йә умартаның берҙән бер ингән тишегенең тыш яғына балауыҙ һөртөп сығалар. Был үҙ сиратында төрлө вирус, бактерияларҙы юҡ итәсәк. Беҙҙеңсә әйткәндә дезинфекция эшләйҙәр. Шулай уҡ улар икенсе умартанан яңылыш килгән бал ҡорттарын индермәҫ өсөн һаҡсы ла булып торалар.
Бөтә был эштәрҙе ғүмеренең туғыҙ көнөндә башҡаралар һәм ошо ваҡыт арауығында нығыналар. Ә 21-се көнөндә улар сәскәләргә йөрөп бал йыйыу миссияһын башлайҙар. Бер осҡанда 2-2,5 км осалар. Кәрәк саҡта 3,5 км ла барып етә. Көнөнә 80 км арауыҡ араны үтәләр. Әгәр ҙә күп сәскәле аҡланға юлыҡһа, ҡайтҡас ҡаршы алыусыларға уның кординаталарын бейеү аша хәбәр итә. Уның һәр бер хәрәкәте үҙенсәлекле. Мәҫәлән, тәнен ҡалтыратып-һелкетеп төрлө мөйөштәр яһай икән, ул юлындағы боролошто ҡояштан сәскәгә ҡарата мөйөштө аңлата. Ҡанаттарын һелкеткән саҡта һәр 7,5 милли секунд һәр 100 метрға тиң. Тәнен ни тиклем ныҡ һелкетә, шул тиклем һеркәнең күплеген аңлата. Йә бөтөнләй күп булһа йығылып ятҡан һигеҙ һанын хәтерләтеп торған йәки сикһеҙлек тамғаһы формаһында траектория яһап йөрөй башлай.
Ә һеҙ беләһегеҙме бер умартала күпме бал ҡорттары йәшәүен? 20-80 меңдән ашыу. Күҙ алдына килтерәһегеҙме нисек уларҙың шулай бер умартаға һыйыуын. Умартаның һәр бер миллиметры иҫәпле, һәр бер кәрәҙҙең төҙөлөшө тәбиғәттең һәр бер законына таянып бал ҡорттары тарафынан төҙөлгән.
Хатта умарта эсендәге бер рамды ғына алайыҡ. Тиҙ генә онталып барған балауыҙҙан эшләнгән кәрәҙҙәр даданов стандарты буйынса 150 грамм ғына тарта, ә шул кәрәҙҙәрҙең эсенә урынлашҡан балдар бөтәһе 4,5 килограмм ауырлығында. Уйлап ҡараһаң шундай йомшаҡ, онталып барған балауыҙ үҙенән утыҙ тапҡырға ауырыраҡ балды нисек күтәрһен? Ә баҡтиһәң, кәрәҙҙең төҙөлөш структураһы бөтөн математика, физика закондарына таянып төҙөлгән. Шул ҡағиҙәләрҙе тотҡан саҡта ғына ул емерелмәйәсәк.
Уның төҙөлөш стуктураһының серен асыу өсөн 1700 йыл элек грек философы Папп Александрийский баш ватһа. Бөгөнгө көнгәсә күп кенә ғалимдар уның серен асҡан. Мәҫәлән, кәрәҙҙең бер генә өлөшөн алайыҡ әле. Ул бер тигеҙ яҡлы алтымөйөштән тора. Ни өсөн тап алтымөйөш? Ә өсмөйөш, шаҡмаҡ, бишмөйөш, йә иһә түңәрәк түгел. Сөнки бал ҡорттары ваҡытты исрафламайҙар, уларҙың күпселек ваҡыты сәскә һеркәһен, һутын ташыу менән үтә. Шуға был бөжәктәргә балы күп һыйған, әммә стенаһына материал әҙ талап иткән форма кәрәк. Улай тиһәң бының өсөн түңәрәктең майҙаны ҙур, әммә диуарын эшләү өсөн әҙ балауыҙ ҡулланылған форма. (Әйткәндәй, тәбиғәттә ҡоштар, ҡырмыҫҡалар ошоно файҙаланып оя ҡоралар, иләү төҙөйҙәр.) Улар бит бер түңәрәккә генә йыймайҙар, ә бер-береһенә төкөп торған әллә күпме шундай формаларға йыйырға тура киләсәк. Әгәр ҙә беҙ түңәрәктәрҙе бер-береһенә төкөтһәк, улар араһында бәләкәй генә бушлыҡтар ҡаласаҡ. Беренсенән унда бер ниндәй ҙә бал да һалып булмаясаҡ, ә икенсенән стенаһын эшләү өсөн әллә күпме балауыҙ китәсәк. Был үҙ сиратында бал ҡорттарын ныҡ йонсотасаҡ. Шулай уҡ бер тигеҙ яҡлы бишмөйөштәрҙе лә, етемөйөштәрҙе лә бер-береһенә тоташтырһаҡ бушлыҡтар ҡаласаҡ. Ә бына өсмөйөштө, дүртмөйөштө (шаҡмаҡты) һәм алтымөйөштө үҙенең формаларына тоташтырһаҡ бер-береһенә тығыҙ инеп ултырасаҡтар. Ниндәйен һайларға һуң? Әлбиттә майҙанды күп алған, әммә периметры әҙ булған форма кәрәк. Әйҙәгеҙ уларҙы сағыштырып ҡарайыҡ. Мәҫәлән, майҙанын бергә тигеҙ тип алһаҡ, уларҙың майҙанды табыу формулаһына ҡуйып һәр береһенең периметрының дәүмәлен таба аласаҡбыҙ.
Өсмөйөштөкө:
Шаҡмаҡтыҡы:
Алтымөйөштөкө:
Сағыштырыуҙарҙа күренеүенсә майҙаны бергә тигеҙ булған 3 форманың алтымөйөшлөһөнә иң аҙ балауыҙ талап ителәсәк.
Ә һеҙ уйлайһығыҙҙыр әле алтымөйөшлө кәрәҙҙең төбө тип-тигеҙҙер тиеп. Юҡ, төбө әҙерәк кенә тышҡа сығып тора, йәғни өс бер тигеҙ ромбты тоташтырған форма. Бының турала 1712 йылда астроном Жак Маральди тикшеренеү үткәргәндә асыҡлай. Ромбтың тупаҫ мөйөшө 109°28¢, ә осло мөйөшө 70°32¢ тигеҙ икәнен иҫәпләй. Унан һуң физик Рене Антуан Реомюр бал ҡорттарының балауыҙҙы әҙ ҡулланып эшләүен иҫәпкә алып математик Иоганн Самуэл Кёнингҡа ромбтарҙың мөйөштәрен математик алым менән иҫәпләргә ҡуша. Уның иҫәпләүҙәре буйынса тупаҫ мөйөш 109°26¢, ә осло мөйөш 70°34¢ тигеҙ икәнлеген асыҡлана. Күп кенә ғалимдар был ике үлсәмде сағыштырғандан һуң Кёнингтыҡы дөрөҫлөккә тап килмәүен әйтәләр, сөнки уның ҡулланған логарифм таблицалары саҡ ҡына хата күрһәтә. Шулай итеп 310 йыл элек аҡыллы баштарҙың баштарын ватҡан мәсьәлә була.
Ни өсөн кәрәҙҙең төбө өс ромб формаһында һәм ул тышҡа сығып тора? Беренсенән бал һыйышлығы күп булһа, икенсенән уның төбөн өлөшләтә үҙенеке итеп алып торған икенсе яҡтағы кәрәҙҙең дә баш остары әҙерәк ҡалҡып торасаҡ. Был инде үҙ сиратында балдың ергә бер өлөшө лә аҡмаясағын аңлата. Йәғни бер яҡтағы кәрәҙҙең баш яғының аҫҡы өлөшө икенсе яҡтағы кәрәҙҙең төпкө өлөшөнөң өҫкө яғы менән бер тигеҙ буласаҡ. Тап ошондай структура менән төҙөлгән йоҡаҡ ҡына балауыҙ үҙенән утыҙ тапҡырға ауыр балды түкмәйенсә күтәреп тота ала. Әйткәндәй, бал ҡорттары кәрәҙ ҡора башлағанда төрлөһө төрлө урындан эште башлай, әммә бер-береһенә килеп тоташҡанда бер тигеҙ генә булып бер-береһенә инеп ултыра.
Бал ҡорттарының иҫ киткес инженерлыҡ һәләтенә таянып күп кенә ғилми өлкәләр уны файҙалана. Мәҫәлән, телефон башняларының урынлашыу урыны алтымөйөшлө кәрәҙ формаһында, сөнки шундай булғанда ғына бәйләнеш бер ерҙә лә юғалмай.
Авиатөҙөлөштә самолеттарҙың корпусының тышҡы ҡатламдары алты мөйөшлө кәрәҙ формаһында, был инде үҙ сиратында әҙ материал ҡулланырға (осоусы аппараттар еңел булғанда ғына оса ала), баҫымға бирешмәҫлек ныҡлыҡ бирә һәм әҙерәк яғыулыҡ тотонорға ярҙам итә.
Ҡытайҙа Тинайджин ҡалаһында төҙөлгән ҡунаҡ һарайҙың тышлығы кәрәҙ формаһында эшләнгән, тап ошо структура эстәге температураны бер тигеҙ һәм экономлы тоторға ярҙам итә.
Күп кенә илдәрҙең хәрби техникаларының тәгәрмәстәрен һауа менән тултырырға кәрәкмәй, сөнки уларҙың тәгәрмәстәре кәрәк формаһындағы бәләкәй генә резиналарҙан ҡоролған.
Ошондай бәләкәй генә бөжәктең 2-3 ай ғына йәшәп беҙгә күпме файҙа килтергәнен күҙ алдына килтереүе лә иҫ киткес. Асылып та бөтмәгән серҙәре әле лә күптер. Хөрмәтле, уҡыусыларым! Ошондай бал ҡорттары кеүек белемдәребеҙҙе файҙаланһаҡ донъя кимәлендәге күпме асыштар, бейек-бейек үҫештәргә өлгәшә аласаҡбыҙ.
Тимур РӘХМӘТУЛЛИН