Һәр ҡош төрө үҙенең биләмәһен һаҡлай,
йәки "биләмәлек" (территориальность) ти-
гән төшөнсәне Генри Элиот Говард исемле
орнитолог XX быуат башында ғына индерә.
Һуңынан был күренеш башҡа хайуандарҙың
төрҙәрендә лә өйрәнелә башлай.
Һәр хайуан төрө айырым биләмәне айы-
рым ваҡытҡа төрлө бурыс атҡарырға эйәләштерә.
Биләмәлек һәр төрҙә төрлөсә сағылыш
таба. Һәр йәнлек, ҡош, йә балыҡ төрө
үҙенең аҙыҡ тапҡан, һунар иткән, тоҡом үр-
сеткән биләмәһен ныҡлап һаҡлай. Беҙҙең
өсөн хайуандар биләмәләре араһындағы
сиктәр һиҙелмәһә лә, уларҙың үҙҙәре өсөн
был һыҙаттар ҡанунға торошло һәм ныҡлап
һаҡлана. Ситтәр һәр хайуандың төйәгенә
ҡул һуҙмаһын өсөн биләмә махсус рәүештә
билдәләнә. Биләмә өсөн талаш килеп сыҡһа,
һәр хайуан йән аямай көрәшә. Күп осраҡта
бындай көрәш бер хайуандың үлеме менән
генә туҡтатыла.
Хайуандар донъяһында биләмәләрҙе билдәләү
өсөн тауыш, ағастарҙа һалынған тамғалар
һәм еҫтәр файҙаланыла. Ер өҫтөндә
ҡалған эҙҙәр, йә экскременттар аша ла хай-
уандар бер-береһенең биләмәһен танып
белә. Шулай уҡ күп хайуандар үҙҙәренең
еҫен көсәйтеү өсөн тәндәрендәге махсус
биҙҙәрҙең
секрецияһын ҡуллана.
Мәҫәлән, урман — хужаһы айыу
ағасҡа, олонон аҡтарып, тырнаҡта-
ры ярҙамында һалған тамғалар
менән бергә үҙенең йөнөн һәм
еҫен ҡалдыра.
Бының өсөн ул
ағасҡа арҡаһы, елкәһе һәм яңаҡтары менән
бар көскә ышҡына.
Әйтергә кәрәк, күп хайуандарҙа еҫ бүлеп
сығарған махсус биҙҙәр ҡойроҡтары эр-
гәһендә урынлаша. Бурһыҡ менән ҡондоҙ
ағас, йә ташҡа кәүҙәһенең аҫ яғын терәп
биләмәһен билдәләй.
Мышы һәм боландарҙың еҫ бүлеп сы-
ғарған биҙе күҙҙәре эргәһендә урын алған.
Шуға ла улар баштары менән ағас олонона
ышҡына. Мәҫәлән, көҙ айҙарында ата мышы-
ның, шыршы ағасына ышҡынып, хатта уның
ҡайырыһын аҡтарып бөтөүен күп тапҡыр
күргәнем булды. Ҡыр сусҡаларының да еҫ
биҙҙәре баштарында икән. Шулай уҡ билдә
ҡалдырыу өсөн улар шайыҡтарын да ҡуллана.
Ә бына бүреләрҙең ҡылыҡтары эттәрҙекенә оҡшаған. Биләмәләрен
һаҡлау өсөн улар ваҡытты йәлләмәй: һәр ваҡыт биләмәләрен
әйләнеп йөрөп сығып, еҫтәрҙе тикшерәләр,
уларҙы өйрәнәләр һәм кәрәкле ерҙәрҙә,
кесе ярау итеп, үҙҙәренең еҫен ҡалдыралар.
Һейлек еҫе аша бер бүре икенсеһенең енесе,
йәше, өйөрҙәге дәрәжәһе, һаулығы тураһында мәғлүмәт ала.
Һеләүһен дә үҙенең биләмәһен тамғалай.
Яҡынса бер саҡырым арала ул 10 билдә ҡалдыра икән.
Бар хайуандар ҙа тиерлек биләмәләренең үҙәк
өлөшөн ныҡлап билдәләй
һәм үҙәк өлөштән сиккә барған һуҡмаҡтарҙа
еҫтәрен күберәк ҡалдыра.