Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм. Үткән йылдың 15 декабрь иртәһендә Керчь боғаҙындағы шторм арҡаһында "Волгонефть-212" танкеры уртаға һына. Тағы ла сәғәт ярымдан "Волгонефть-239" танкеры ла ошо боғаҙда фажиғәгә тарый. Һөҙөмтәлә экипаждарҙан 1 кеше һәләк була, ә 2400 тонна мазут танкерҙарҙан диңгеҙгә түгелә. 17 декабрь көнө Ҡара дингеҙ был зәһәр шыйыҡсаны Анапа, Керчь ҡалалары эргәһендәге ярҙарға сығара башлай, бысраҡ зона 54 саҡырымға һуҙыла. Был йылдың ғинуар башында дингеҙ мазут ҡалдыҡтарын Ҡырым ярымутрауының ярҙарына ла ырғыта башланы.
Белгестәр әйтеүенсә, был экологик фажиғә М100 маркалы "ауыр" яғыу мазуты диңгеҙгә эләгеү арҡаһында үтә лә хәүефле һәм ауыр буласаҡ. Был "ауыр" яғыу мазуты нефть эшкәртеүҙән һуң ҡалған ҡалдыҡтарҙан яһалған. Уның тығыҙлығы һыуҙыҡы менән бер тиерлек, ә температураһы +25°С-тан кәмерәк булғанда ул ҡата башлай. Ошо арҡала ҡышҡы һыуға эләккән мазуттың ауыр фракциялары яҡынса 20 м тәрәнлеккә дингеҙ төбөнә ултырып өлгөрҙө лә инде. Йәй көнө һыу йылынғанда мазут иреп эмульсия формаһында өҫкә кире ҡалҡасаҡ. Артабан нимә булырын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ә бына еңел фракциялы мазут ҡалдыҡтарын дингеҙ көндән-көн ярҙарға ҡайтарып торасаҡ. Был фажиғә эҙемтәләре бер нисә айҙан йылдарғаса һуҙыласаҡ, ти экологтар.
Мәҡәләне яҙған мәлгә, йәғни ғинуар башына был экологик фажиғә арҡаһында 32 Азов дельфины, йөҙләгән ҡош һәләк булды, тип хәбәр ителде. Башҡа дингеҙ хайуандары, балыҡтар буйынса мәғлүмәт әлегә юҡ.
Бәхеткә күрә, ирекмәндәр ярҙамы менән 4,8 мең ҡош мазут ҡалдыҡтарынан арынып, йыуылып, тере ҡалды. Был ҡоштар яҙ еткәнсе ваҡытлыса торлаҡтарҙа кеше тәрбиәһе аҫтында ҡаласаҡтар тип көтөлә. Сөнки мазут ҡалдыҡтары менән ҡоштарҙың ҡауырһындарынан йөҙөү һәм терморегуляция өсөн яуап биргән махсус май ҙа йыуыла. Тик төләү (линька) мәленән һуң ғына был май яңынан барлыҡҡа киләсәк һәм ҡоштарға хәүеф юғаласаҡ.
Керчь боғаҙындағы экологик фажиғә эҙемтәләренең бер өлөшөн генә килтерҙем һеҙгә. Әммә бындай ауыр хәлдәр ғәҙәти тормошобоҙҙа ла барлыҡҡа килә ала: машинаны йыуғанда йылғаға ағып төшкән бензин табы, һыу катеренан тамған мотор майы, яҙғыһын иреп ағып төшкән ҡышҡы юл реагенттары һәм башҡалар. Ә сәнәғәт предприятиеларында һыуға эләккән ауыр ҡалдыҡтар күпме осраҡта йәшерелә? Быларҙың күбеһенә иғтибар итмәйбеҙ.
Ләкин ҙур булмаған май табы ла тирә-яҡ мөхитте ағыулап өлгөрә, һыу йәнлектәренең, ҡоштарҙың, балыҡтарҙың көнкүреше ҡырҡа үҙгәрә. Тәүҙә был ҡалдыҡтар арҡаһында йәнлек, балыҡ, ҡоштарҙың аҙыҡ базаһы, хәрәкәт итеүе функциялары, терморегуляция мөмкинлеге әҙәйә йә бөтөнләй юғала. Ағыуланған биләмәгә йәнлек-ҡоштар кире ҡайтмаясаҡ. Шулай уҡ ағыуҙар хайуандарҙы ауырыуҙарға дусар итәсәк, организмда йыйылып, киләсәк быуындарҙа мутациялар барлыҡҡа килтерәсәк. Ә ағыуланған балыҡ ризыҡ булып һеҙҙең өҫтәлегеҙгә килеп ятһа?
Бындай хәлдәр барлыҡҡа килмәһен өсөн нимә эшләргә? Иң тәүҙә үҙебеҙҙә экологик белемдәрҙе арттырыуҙы күҙаллайыҡ, зарарһыҙ ғәҙәттәр булдырайыҡ. Мәҫәлән, ҡалдыҡ транспорт майҙарын дөрөҫ утилләштереү, йылға буйында транспорты йыумау.
Эргәбеҙҙә барлыҡҡа килгән кескәй генә булып күренгән экологик проблеманы ла хәл итергә тырышайыҡ. Үҙ көсөгөҙ менән генә килеп сыҡмаһа, урындағы власть органдарының, киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын йәлеп итегеҙ. Таҙа, етеш тормошта йәшәү һәм шундай уҡ тирә-яҡ мөхитте киләсәк быуынға тапшырыу тәүҙә үҙебеҙҙән тора.