-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
24 Февраль , 10:45

Ҡара ҡарға

Ҡара ҡарға (урыҫса — грач, латинса — corvus frugilegus, инглизсә — rook) — ҡоҙғондар ғаиләһенә ҡараған билдәле ҡош. Рәсәйҙең ҡоштарҙы һаҡлау берләшмәһе 2025 йылды тап был ҡошҡа бағышланы.

Ҡара ҡарға
Ҡара ҡарға

Ҡара ҡарғаның ареалы, киң һыҙат булып, Балтик диңгеҙенән Япон диңгеҙенә тиклем һуҙылған. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Төньяҡтан, Кавказ тауҙарынан һәм ҡайһы бер ҡомло биләмәләрҙән тыш, бар ерҙә лә йәшәй. Күп ерҙәрҙә ул — ғәҙәти һәм күп һанлы ҡош.
Ареалының төньяғында күсмә рәүештә көн күрә, ә көньяҡҡа ҡарай ултыраҡ тормош­та йәшәй. Ҡыш көндәрен Ҡара диңгеҙ буйын­да, Кавказ аръяғында һәм Урта Азияла үткәрәләр. Урта бүлкәттәге популяцияның бер өлөшөнөң ҡышты ҡалаларҙа үткәреүе мөмкин. Йылы яҡтарҙан иң тәүгеләрҙән булып ҡайталар. Шул сәбәпле, был ҡоштарҙы яҙ билгеһе тип атайҙар.
Ҡара ҡарға ала ҡарға ҙурлығында, ҡоҙғондан кесерәк. Кәүҙәһенең оҙонлоғо — 41-49 см, ҡанаттарының киңлеге — 81-94 см, ауырлығы — 300-500 г. Дөйөм төҫө күкһел ҡара, ҡанаттары — йәшкелт ҡара.
Оло ҡоштоң суҡыш тирәһе, эйәгенең һәм яңаҡтарының бер өлөшө яланғас, һорғолт аҡ төҫтә була. Йыуан ҙур суҡышы ҡара. Ҡойроғо түңәрәкләнеп тора. Аяҡтары ҡара төҫтә, күҙҙәре ҡара көрән.
Ата һәм инә ҡош бер-береһенән айырылмай. Йәш ҡоштар ҙа ололарға оҡшаш. Әммә уларҙы ҡауырһын ҡаплаған суҡыш төбөнән һәм күкһел-һоро күҙҙәренән айырырға мөмкин.
Ҡара ҡарғаның тауышы ҡарлыҡҡан төҫлө, “ҡрра-ҡрраа” булып ишетелә. Яңғырауыҡлы “клюю” кеүегерәк тауыштар ҙа сығара.
Ҡара ҡарғалар күмәкләшеп йәшәй. Ерҙә яҡшы йөрөй, аҙыҡты ерҙән таба. Осошо тиҙ, ҡанаттарын йыш-йыш ҡаға.
Был ҡоштар ҙур булмаған урмандарҙа, урман һыҙаттарында, парктарҙа, кеше торлағы эргәһендә төпләнә.
Ҡара ҡарғалар ике йәштә ишен таба башлай. Йыл һайын яңы пар барлыҡҡа килә. Ояларын, бер-береһенә яҡын итеп, 10-15 м бейеклектә ағас баштарында йә электр линияһы бағаналарында яһайҙар. Көньяҡ төбәктәрҙә селән, баклан кеүек һыу ҡоштары менән күрше оялайҙар. Ояһын ваҡ сыбыҡтарҙан үреп яһай.
Инә ҡош көрән таплы йәшкелт зәңгәр 3-6 йомортҡа һала. Уларҙы 16-18 көн дауамында баҫа, был мәлдә ата ҡош уны тәрбиәләй. Бер айлыҡ ваҡытта ҡошсоҡтар ояларын ҡалдыра. Ата-әсәһе уларҙы күпмелер ваҡыт тәрбиәләүен дауам итә.
Ҡошсоҡтар ҙурайыу менән, ҡара ҡарғалар туптарға тупланып, яландарҙа көн итә башлай.
Ҡарғаның рационында сысҡан кеүек ки­ме­реүселәр, төрлө бөжәктәр, үҫемлек ор­лоҡтары, аш ҡалдыҡтары була. Кимереү­се­ләрҙе, зарарлы бөжәктәрҙе юҡ итеп, ҙур файҙа килтерәләр. Әммә яҙғыһын шытып сыҡҡан иген үҫентеләрен йолҡоп, тағы ла асыҡ урындарҙа оялаған ҡош ояларын туҙҙырып, йомортҡаларын урлап, зыянлы ла була алалар.
Ҡара ҡарғаның уртаса ғүмер оҙонлоғо 15 йыл тәшкил итә. Фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был ҡоштар фекер йөрөтөүгә һәм юғары кимәлдәге аңға эйә. Мәҫәлән, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашалар икән. Тағы ла төҫтәрҙе айырыу, айырым предметтарҙы, хатта айырым кешеләрҙе таныу һәләте лә үҫешкән был ҡоштарҙа.

Автор: Азамат Байрамғәлин
Читайте нас: