Янғын сығыуҙы иҫкәртеүгә ҡарата күнекмәләр үтте.
Бөрйән районы Яуымбай мәктәбендә янғын сығыуҙы иҫкәртеүгә ҡарата күнекмәләр үтте. Янғын сыға ҡалһа, балаларҙы эвакуациялау, “янғын”ды һүндереү эштәренә бәйле профилактик саралар тиҙ арала теүәл үтәлде һәм һәр йәһәттән әҙерлек тикшерелде.
Мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар менән янғын хәүефһеҙлеге саралары, янғын сығыу осрағына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында инструктаж үткәрелде. Күнекмәләр һәр кемдең ҡуйылған бурысты яҡшы белеүҙәрен асыҡланы.
Яуымбай ауылы китапханасыһы Разия Искәнйәр ҡыҙы Кинйәкәева ла сарала ҡатнашып, уҡыусыларға кәңәштәрен бирҙе, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, ут менән һаҡ эш итергә өндәне.
Бындай сараларҙың әһәмиәте бик ҙур, шуға күрә ошондай иҫкәртеү сараларын бермә-бер үткәреп торорға кәрәк.
Сәйҙә Сәйәхова,
Бөрйән районы Яуымбай мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса етәксе урынбаҫары.