Донъяла барлығы 9,4 млн пар тирәһе бараба иҫәпләнә. Улар 40 ярымтөргә бүленә. Төньяҡ-Көнбайыш Африка, Испаниянан алып Япония, Төньяҡ-Көнсығыш Ҡытайға тиклем таралған. Кавказда, Көньяҡ Ҡытайҙа һәм Һинд-Ҡытайҙың төньяҡ өлөшөндә лә бараба ареалы бар. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә төньяҡтан тыш башҡа урындарҙа осрай.
Ултыраҡ ҡош, көҙ һәм ҡыш көндәре аҙыҡ артынан бер урындан икенсеһенә бер аҙ күсенеп йөрөүе мөмкин.
Урман һайыҫҡанының кәүҙәһенең оҙонлоғо — 32-35 см, ҡанаттарының киңлеге — 52-58 см, ауырлығы — 120-200 г. Аяҡтары һәм суҡышы ҡыҫҡа.
Дөйөм төҫө ерәнһыу һоро. Башында сыбар бүрке бар. Ҡанаттары, ҡойроғо ҡара. Ҡанаттарында асыҡ күк төҫлө таптар уранлашҡан. Ҡанаттарында, ҡойроҡ төбөндә аҡ таптар ҙа була. Ата һәм инә ҡош бер-береһенән айырылмай. Йәш ҡоштарҙың күҙҙәре ҡара көрән булһа, енси яҡтан үҫешеп бөтөүгә күҙҙәре асыҡ күккә әйләнә.
Рәсәйҙең Европа өлөшөндә барабалар ҡиәфәттәре буйынса өс ярымтөргә бүленә. Тик уларҙы тик орнитологтар ғына айыра.
Барабаның тауышы тупаҫ, “ҡжжжҡ-ҡжжжжҡ” булып ишетелә. Башҡа йәнлек-ҡоштарҙың тауышын да сығара ала. Йыш ҡына һар йә икенсе ҡарсыға ҡоштарының тауыштары менән ҡысҡыра.
Шыршы һайыҫҡаны бер туҡтауһыҙ ағастан ергә, ерҙән ағасҡа һикергеләп йөрөй. Аҙыҡ эҙләүҙе бер үҙе йә бәләкәй төркөм менән башҡара. Ҡыуаҡлы ҡатнаш урмандарҙы үҙ итә.
Бараба ғаиләләре бер-береһенән алыҫ төпләнә. Кеше торлағы эргәһендә оя ҡормай. Бер ояны бер нисә йыл ҡуллана алалар. Ояһы ағас башында яҡшы йәшерелә.
Май айында инә ҡош 5-8 бөртөк көрән таплы йәшкелт йомортҡа һала. 16-17 көн эсендә ата ҡош менән алмашлап баҫалар. Ҡошсоҡтар мамыҡһыҙ булып донъяға килә. Ике аҙна эсендә ҡанат нығыта башлайҙар, 19-21 көндән ояларын ҡалдыралар. Йәй аҙағында бараба ғаиләһе тарҡала. Йылына бер тапҡыр тоҡом ҡалдыралар. Енси яҡтан бер йәш булғанда өлгөрәләр.
Бараба йәй көнө, башлыса төрлө урман бөжәктәрен ҡырып, ҙур файҙа килтерә. Шулай уҡ ваҡ йәнлектәр, ҡарағай һәм шыршы орлоҡтары менән туҡлана. Ваҡ ҡош ояларын туҙҙыра.
Яратҡан аҙығы — имән сәтләүеге. Уларҙан ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ һаҡламы әҙерләй. Шулай уҡ ҡыш көнө кеше тарафынан ташланған йә махсус рәүештә әҙерләнгән аҙыҡ, емлек менән туйына.
Бараба уртаса 5-7 йыл йәшәй.
Азамат Байрамғәлин.
Автор фотоһы.