-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
18 Июнь , 14:50

Ҡырҡтытау һырты

Ҡырҡтытау һырты (Ҡырҡтытау, Ҡырҡты) — Әбйәлил һәм Белорет райондарында урынлашҡан тау һырты.

Ҡырҡтытау һырты
Ҡырҡтытау һырты

Ҡырҡтытау менән танышыуҙы уның исеменән башлайыҡ. "Ҡырҡты" топонимы "ҡырҡыу" һүҙенән барлыҡҡа килгән тип аңлатыла. Ысынлап та, Оло Ҡыҙыл йылғаһы көньяҡта — Ирәндек һыртын арҡыры ҡырҡып, Ҡырҡтытауҙы айырып, ә Кесе Ҡыҙыл йылғаһы төньяҡта Ҡурҡаҡ һыртын "ҡырҡып" үтеп, үҙҙәренә юл яра.
Икенсе аңлатыу "ҡырҡ" һүҙе менән бәйле. Ҡырҡтытау бихисап тау армыттарынан, тармаҡтарҙан, ҡаяларҙан тора. Бәлки, был тау армыттарының һаны буйынса һыртты ла шулай атағандарҙыр.
Тағы бер аңлатыу тәүге ике версияны ла үҙенә ала һәм "ҡырҡ өлөшкә ҡырҡылған" тип аңлатыла. Был версияны йылғалар, шишмәләр Ҡырҡтытау­ҙы 40 өлөшкә "ҡырҡҡылаған" тип аңлар кәрәктер.
Ҡырҡтытау 60 саҡырымға һуҙылған. Һырттың уртаса киңлеге көньяҡта — 6, үҙәк өлөшөндә — 16, ә төньяҡта 8 саҡырым.
Һырт тау ҡалдыҡтары теҙеменән тора. Вулкан сығышлы тау тоҡомдарынан, аныҡлап әйткәндә, Ирәндек свитаһының базальт һәм андезибазальт составлы лаваларынан төҙөлгән.
Һырттың көнбайыш битләүҙәре һәм төньяҡ өлөшөнөң ландшафтары уҫаҡ, ҡарағай һәм ҡарағас ҡатыш ҡайын урмандарынан һәм болондарҙан тора. Көнсығыш битләүҙәрендә һәм көньяҡ өлөшөндә ҡылғанлы һәм төрлө үләнле далалар.
Ҡырҡтытауҙың иң бейек нөктәһе — бейеклеге 1118 м булған Ҡараташ түбәһе. Был түбә һырттың көньяғында, Әбйәлил районының Буранғол һәм Ҡужан ауылдары эргәһендә урынлашҡан. Һырттың төньяғында тәбиғәт ҡомартҡыһы, бейеклеге 1048 м булған Ҡушай тауы ята. Был тау Белорет районының Яңы Абҙаҡ һәм Мөхәммәт ауылдары эргәһендә.
Һырт тағы ла Бабай (Бабай үлгән, бейеклеге — 1015 м), Оҫҡон (1027 м), Күсем (1048 м), Әүмеш (1040 м), Шыршылытау (1108 м) һәм тағы ла унға яҡын тау түбәләренән тора.
Ҡырҡтытауҙа Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары, уларҙың Ҡатауйылға, Олойылға, Йүкәле, Сатрайылға, Аналыҡ, Йәҙгәр, Көрүҙәк, Анай, Ҡараһыйыр, Ҡаран, Ҡутырҙы, Моһаҡ, Һыуборған, Арғайҙы тип аталған ҡушылдыҡтары һәм бик күп шишмәләре үҙҙәренең юлын башлай. Был йылға-шишмәләр 40-лаған ауыл, ҡасабаларҙы, Сибай, Магнитогорск ҡалаларын таҙа эсәр һыу менән тәьмин итә.
Ҡырҡтытауҙың көнсығыш итәгендә курорт зонаһы булараҡ билдәле Яҡтыкүл (Мауыҙҙы), шулай уҡ Сабаҡты, Ҡарабалыҡты, Суртанды күлдәре ята.
Был яҡтар йәшмә ятҡылыҡтарына бай. Ҡарабалыҡты күле эргәһендә неандерталец һәм Homo erectus (тура йөрөүсе кеше) дәүерҙәренән ҡалған тәүтормош кешеләре тораҡтары һәм йәшмәнән эшләнгән эш ҡоралдары табылған. Яҡтыкүл эргәһендә тау-саңғы комплексы ла урынлашҡан. Һырттың төньяҡ өлөшөндә лә бар донъяға билдәле "Абҙаҡ" спорт-һауыҡтырыу комплексы бар.
Шулай уҡ, Ҡырҡтытауҙың итәгендә урынлашҡан Ҡужан ауылы эргәһендәге Йортбикә яланында бер төркөм өлтөк ҡарағастар үҫә. Ундай йөҙйәшәр "бөҙрә" ҡарағастар донъяла барлығы 19 бөртөк кенә иҫәпләнә, шуларҙың 12-һе нәҡ бында үҫә.
Ҡырҡтытауҙың мөғжизәле урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары менән ентекләп таныштырыу өсөн журнал биттәре лә етмәҫ, балалар, йәйге каникулда үҙегеҙ барып күрегеҙ.

Азамат Байрамғәлин.

 

Андрей Шуняев фотоһы.

Автор: Азамат Байрамғәлин
Читайте нас: