Турғайҙан бәләкәйерәк. Сәпсектәр кеүек оҙон ҡойроғон бәүелтеп йөрөүе менән ҡыҙыҡлы.
Кәүҙәһенең оҙонлоғо — 15-17 см, ҡанаттарының иңе — 23-27 см, ауырлығы — 14-25 г. Ҡанаттары, ҡойроғо ҡара көрән, ҡанаттарында ҡара һыҙыҡтар бар. Һырты йәшкелт һоро, ҡойроғоноң төбө аҫ яҡтан һары. Кәүҙәһенең аҫ яғы сағыу һары булһа, тамағы һары. Ҡайһы берҙә һоро арҡаһы һәм ҡара һыҙыҡлы ҡанаттары арҡаһында тау сәпсектәренә оҡшаш. Ата ҡош менән сағыштырғанда, инә ҡоштоң ҡанаты һәм ҡойроғо ҡыҫҡараҡ, төҫө тоноғораҡ. Ҡошсоҡтар тәүҙә ҡауырһындарының төҫө менән инә ҡоштарға оҡшаш. Уларҙың тәүге ҡышҡы ҡиәфәтендә көрән-һары төҫ өҫтөнлөк итә.
Донъяла барлығы 5 млн пар һары сәпсек иҫәпләнә. Барлыҡ Европала, Скандинавиянан алып, Төньяҡ Поляр бүлкәт, буйлап Урал тауҙарына тиклем, Көнбайыш һәм Урта Себерҙең көньяғында, Монголияла, Төньяҡ Ҡытайҙа таралған.
Август аҙағында, Урал тауҙарын ҡалдырып, йылы яҡтарға юлланалар. Ҡышларға Төньяҡ Африкаға, Сәғүд Ғәрәбстаны яғына осалар.
Аҡландарҙа, болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа, яр буйҙарында йәшәй. Бейек тауҙарҙы үҙһенмәй. Һыу сығанаҡтарының яҡын булыуы мөһим. Оя төҙөү өсөн таш йә ағас тамырҙарының аҫтын файҙалана, ҡаяларҙағы таш ярыҡтары ла һайлана. Һары сәпсектәр туп менән оялай.
Ояһында 4-6 бөртөк ҡара таплы йәшкелт аҡ йомортҡаһы була. Ҡошсоҡтар донъяға килгәндә ерән-көрән төҫтәге мамыҡ ҡауырһын менән ҡапланған була. Суҡыштары асыҡ һары, ауыҙ ҡыуышлығы ҡуңыр һары төҫтә.
Ҡошсоҡтар төрлө бөжәктәр, уларҙың йомортҡалары һәм үҫемлек орлоҡтары менән туҡлана. Оло ҡоштарҙың рационына иһә һыуҙа йәшәүсе ваҡ ҡыҫала кеүек умыртҡаһыҙҙар ҙа инә.
Тауышы башҡа сәпсектәргә оҡшаш. Яңғырауыҡлы тауыш “тсүйли “ булып ишетелә. Һайрауы ла ошо уҡ йыйылманан һәм һыҙғырыуҙарҙан тора.
Йәй уртаһынан һары сәпсектәр туп менән аҙыҡ артынан бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөйҙәр.
Уртаса ғүмер оҙонлоғо 10 йыл тәшкил итә.
Andreas Trepte фотоһы.