Донъяла яҡынса 2,6 млн пар яр ҡарлуғасы иҫәпләнә. Улар дүрт ярымтөргә бүленә. Исландия утрауынан тыш тотош Европала, Азияла тундраның көньяҡ сигенән алып Фарсы ҡултығына, Көньяҡ Иранға, Пакстанға, Төньяҡ Һиндостанға тиклем осрай. Африкала Нил йылғаһының ярҙарында айырым ярымтөрө оялай. Төньяҡ Америкала ла йәшәй. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә ғәҙәти, ләкин аҙ һанлы ҡош һанала.
Ҡышты яр ҡарлуғасы Африкала, Көньяҡ Азияла, Урта Америкала ҡышлай.
Яр ҡарлуғасының кәүҙә оҙонлоғо — 12-14,5 см, ауырлығы — 11-18 г., ҡанаттарының ҡоласы — 26-30 см. Ауыл ҡарлуғасы менән сағыштырғанда, ҡойроғо ҡыҫҡараҡ, айырсаһы беленер-беленмәҫ. Кәүҙәһенең өҫкө өлөшө ҡара көрән йә бысраҡ көрән төҫтә, күкрәгендә лә шул төҫмөрлө “галстук” урынлашҡан. Муйыны, ҡорһағы, ҡойроҡ төбө аҡ. Аяҡтары йөн менән ҡапланмаған тиерлек. Суҡышы ҡараһыу төҫтә.
Ата һәм инә ҡоштар бер-береһенән айырылмай. Йәш ҡоштарҙың ҡанаттарында, кәүҙәһенең өҫкө өлөшөндә тәңкәләр төҫлө аҡһыл биҙәктәр була. Муйындары һарғылт төҫтә.
Тауышы “цирп-цирп-цирп” булып ишетелә. Башҡа ҡарлуғастар менән сағыштырғанда был ҡоштар әҙ һайрай.
Беҙҙең яҡтарға май айының икенсе яртыһында ҡайталар. Унлаған, йөҙләгән, ҡайһы берҙә меңләгән ҡарлуғастан торған колония менән төпләнәләр. Оя өсөн урынды йылғаларҙың, тәрән карьерҙарҙың текә ярҙарында һайлайҙар. Бындай ярҙарҙа 5 см диаметрлы инеү урыны булған, тәрәнлеге 1,5 м еткән өң соҡойҙар. Өң төбөндә диаметры 12 см тирәһе оя камераһы яһала. Оя йөн-ян, ҡоро үләндәр менән йылытыла.
Бындай ояны бер пар ике аҙна тирәһе яһай. Яр ҡарлуғастары бер-береһенә яҡын урынлаша, оя ауыҙҙары араһындағы алыҫлыҡ 20-30 см тирәһе генә була.
Инә ҡош ояла 4-7 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош йомортҡаларҙы, 14-15 тәүлек дауамында алмашлап баҫа. Ҡошсоҡтарҙы көнөнә уртаса 600 тапҡыр ашатып өлгөрәләр.
Тыуыуына 22 тәүлек үтеүгә ҡошсоҡтар үҙ аллы оса ла башлай. Бер миҙгел эсендә был ҡоштар ике тапҡыр бала сығарып өлгөрә.
Яр ҡарлуғасы уртаса 4-8 йыл йәшәй. Ғүмеренең күп өлөшөн һауала, һыу ятҡылыҡтары өҫтөндә бөжәктәр аулап үткәрә.
Икенсегә сығарылған ҡошсоҡтар ояларын ҡалдырыу менән, яр ҡарлуғастары йәнә туптарға берләшә һәм июль аҙағы — август башынан йылы яҡтарға юллана башлай. Сентябрь етеүгә береһе лә ҡалмай.