Алыш-биреш, һатыусылыҡ заманы үҫешеү менән, сүп үләндәре лә орлоҡ, аҙыҡ, кейем араһында, тәгәрмәстәрҙә, һатыу контейнерҙарында үҙҙәренә хас булған биләмәләрҙән сит тарафтарға таралалар. Ҡайһы бер төрҙәрен кеше декоратив, дарыу үләне итеп ҡулланыу өсөн үҙе алып ҡайта. Ят ергә эләгеү менән был төрҙәр тәүҙә юл ситтәре, ҡалалар, баҫыуҙар кеүек тәбиғи шарттар боҙолған экосистемаларҙа үрсей башлай. Бындай урындарҙа тәбиғи дошмандар юҡ, шарттар яҡшы, бихисап орлоҡ биреп, яңы биләмәләрҙе яула ғына.
Төньяҡ Американан килеп, беҙҙең яҡтарҙа "прописка"ға кергән беренсе сүп үләне — әрем япраҡлы амброзия (латинса — ambrosia artemisiifolia, урыҫса — амброзия полыннолистная) (1-се һүрәт). Беҙҙең илгә яҡынса бер быуат элек ингән. Төҙөлөш материалдары менән эйәреп килгән тигән фараз бар. Күпләп Волга буйы төбәктәрендә, Кавказда һәм Алыҫ Көнсығышта үҫә. Башлыса шоссе һәм тимер юл буйҙары буйлап тарала, баҫыу-баҡсаларға ла үтеп инә. Тупраҡтың дымын тартып ала, башҡа үҫемлектәргә ҡарата агрессив. Уны ашаған малдың һөтөнә насар тәм керә.
Август айында сәскә ата. Амброзияның әҙ генә һеркәһе лә аллергиялы кешеләрҙә өйәнәк ҡуҙғата. Бер сүп үләненән йөҙ меңләгән орлоҡ тарала.
Киләһе төр — ҡара билсән (латинса — cirsium arvеnse, урыҫса — бодяк полевой, розовый осот) (2-се һүрәт). Баҡсасыларҙың тағы ла бер дошманы ул, сөнки йолҡоп алғандан һуң ерҙә тамырының бер өлөшө генә ҡалһа ла, ҡабат үҫеп сыға. Ҡоролоҡта үҙен яҡшы тоя. Тупраҡ боҙолған, башҡа үҫемлектәр үҫмәгән ерҙә лә үҫә.
Канада алтынбашы (алтын ҡамсыһы) (латинса — solidago canadensis, урыҫса — золотарник канадский) (3-сө һүрәт) беҙҙең тарафтарға декоратив һәм дарыу үләне булараҡ килтерелә. Ләкин уның тамырҙарынан бүленгән матдәләр башҡа үҫемлектәргә кире йоғонто яһай, урындағы төрҙәрҙе ҡыҫырыҡлай.
Башлыса янғын үткән урындарҙа, ҡырҡынтыларҙа тарала. Һарыҡтан тыш бер мал да уны ашамай. Гербицидтарға тотороҡло. Сәскә атҡансы сабып ҡына алтын ҡамсыны бөтөрөп була.
Күп япраҡлы люпин (латинса — lupinus polyphyllys, урыҫса — люпин многолистный) (4-се һүрәт) шулай уҡ Төньяҡ Америка ҡунағы. Юл буйҙарында ултырған был үҫемлекте күптәр таныйҙыр. Люпин тупраҡта азот кимәлен арттыра, шунлыҡтан ҡайһы бер үҫемлектәр, бәшмәктәр был ерҙә үҫә алмай. Был үҫемлектең ыңғай яғы ла бар. Ул үҫкән баҡсаларҙа айыуғорто (медведка) булмай икән.