Климаттың үҙгәреүе иһә янғындарҙың тағы ла артыуына булышлыҡ итә, ҡоролоҡ, юғары һауа температураһы, яуым-төшөмдөң булмауы хәүефле осорҙо оҙонайта.
Урман янғындары тәбиғи һәм антропоген сығышлы була. Кеше эшмәкәрлегенә бәйле булмаған тәбиғи сығышлы янғындар ҡоро йәшендәр, һирәкләп метеорит төшөү һәм башҡа ерҙәрҙә вулкан атылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Улар бөтә тәбиғи янғындарҙың 1-ҙән
10 %-ҡа тиклем өлөшөн генә тәшкил итә. Ә бына 90 % янғындарҙың сәбәбе булып кеше үҙе тора.
Үлән, сүп-сар өйөмдәрен яндырыу, еңел тоҡанып китеүсән яғыулыҡ-майлау матдәләре менән һаҡ ҡыланмау, төҙөк булмаған техника ҡулланыу ҡазалы эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Тәмәке төпсөктәрен ҡайҙа етте шунда ырғытыу, усаҡ яғыу тәртибен боҙоу, петардалар, пиротехника ҡулланып күңел асыу — янғын сығыуҙың сәбәптәре. Урманда сүп-сар ҡалдырыу ҙа янғынға сәбәпсе булыуы мөмкин, сөнки ҡояш нурҙары аҫтында эсендә әҙ генә булһа ла шыйыҡса ҡалған шешә лупа рәүешле ҡоро үләнде тоҡандырып ебәрергә һәләтле.
Урман янғындарын булдырмау өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ. Беренсенән, ут менән һаҡ булығыҙ: янған шырпыны, тәмәке төпсөгөн махсус урындарға ғына ташлағыҙ, усаҡтарҙы билдәләнгән урындарҙа ғына тоҡандырығыҙ. Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндән һуң сүп-сар ҡалдырмағыҙ. Усаҡ яҡҡандан һуң уға һыу һибергә, һүнгән күмерҙе болғатырға һәм тикшерергә кәрәк. Ҡуҙ быҫҡып ҡалһа, яңынан ут тоҡанып китеүе ихтимал.
Икенсенән, янғындар килтергән зыянға башҡаларҙың иғтибарын йүнәлтергә кәрәк. Мәктәптә плакат эшләп элеү, социаль селтәрҙә сығыш яһау, төрлө сараларҙа ҡатнашыу һәм башҡа саралар ҡара афәтте еңеүгә өлөш индереү буласаҡ. Бәләкәй туғандарығыҙға янғындар хаҡында һөйләү, ҡайһы бер ололар менән әңгәмә ҡороу ҙа тик файҙаға ғына.
Тәбиғәт янғынынан ҡотолоу ысулдарын белеү бер ҡасан да ҡамасауламаҫ.
Тәбиғәт янғынын осратыу менән, хәүефһеҙ урынға сығып, кисекмәҫтән 112 һәм 8-800-100-94-00 телефон номерҙары буйынса шылтыратып, янғын тураһында һәм үҙегеҙҙең ҡайҙа булыуығыҙ хаҡында теүәл итеп әйтергә кәрәк.
Урманда янғын эсендә ҡалыу ҡурҡынысы булһа, хәүефһеҙ урынға сығыу өсөн, паникаға бирелмәй, айыҡ аҡыл менән эш итеү мотлаҡ. Бының өсөн янғындың таралыуына һәм уға тиклем булған арауыҡҡа, елдең тиҙлегенә һәм йүнәлешенә, үҫемлектәр ҡатламына һәм рельефҡа иғтибар итергә кәрәк. Ялҡын бар яҡҡа ла тарала, әммә ел иҫкән яҡҡа уның тиҙлеге күпкә шәберәк. Төтөн дә ел йүнәлеше менән тарала.
Ялҡын тау бите буйлап юғарыға тиҙ үрмәләй. Шунлыҡтан, янғындан ҡасып, бейегерәк урынға менеү шулай уҡ хәүефле. Канау, йырындарға төшөп йәшенеү ҙә үлемесле булыуы ихтимал, сөнки бындай урынға ут эләгеү менән, ике битләүҙә лә тоҡанып, канау эсендә булған бар нәмәне көлгә әйләндерәсәк.
Ылыҫлы урмандар япраҡлыларға ҡарағанда ҡыҙыуыраҡ яна. Бындай урмандарҙа шулай уҡ өҫкө (верховой) янғындар сығыу мөмкинлеге лә күберәк. Урманда ҡалған осраҡта тамырҙары янған ағастың өҫтөгөҙгә ҡолау хәүефе лә бар.
Янғынды осратыу менән янығыҙҙа булған һәммәһен уның хаҡында иҫкәртегеҙ. Уттың таралыуына иғтибар итеп, хәүефһеҙ урынға сығығыҙ. Йылға һәм башҡа һыу ятҡылыҡтары, юлдар, ҡырҡынтылар, киң аҡландар һәм ҡомло, ташлы урындар янғын таралыуға сик була ала. Хәүефле урындан ут йүнәлешенә перпендикуляр рәүештә елгә ҡаршы сығығыҙ. Төтөн тын алыу юлдарына эләкмәһен өсөн эйелеп, ер өҫтөнән тын алығыҙ. Ауыҙығыҙҙы һәм танауығыҙҙы еүеш сепрәк менән ҡаплағыҙ.
Аллаһ һаҡлаһын!