Был ғәҙәти булмаған атмосфера күренеше менән рәсми рәүештә теркәлгән тәүге осрашыу кешелек тарихында сағыштырмаса һуң була. 1989 йылда NASA астрономы Джон Уинклер күк көмбәҙен күҙәтә. Атмосфера фронты үткән мәлдә ул болоттарҙан өҫкә атылған йәшенде күреп ҡала һәм үҙ күҙҙәренә ышанмай. Тағы ла Уинклерҙы ябай йәшен өсөн тап килмәгән бейеклек тә аптырауға ҡала. Шул уҡ йылдың 22 сентябрь төнөндә астроном икенсегә был күренешкә тап була һәм махсус кинокамераға төшөрөп ала. Өҫкә атылған йәшен яҡынса 14 км бейеклектә барлыҡҡа килде тип теркәй.
Был осраҡтан һуң күп ғалимдар ғәҙәти булмаған йәшендәрҙе өйрәнә башлай. Һөҙөмтәлә был атмосфера күренештәре бик көслө дауыл мәлендә барлыҡҡа килә тип билдәләнә.
Ғәҙәти йәшендәр, йәғни аҫҡа ҡарай атылғандары, болоттоң кире зарядланған өлөшөндә барлыҡҡа килә. Ыңғай зарядланған болоттарҙың өлөшөндә лә йәшен барлыҡҡа килә һәм ул өҫкә, ионосфераға табан ата. Бындай йәшен тиҫтәләрсә саҡырымдарға һуҙыла. Йыһан туҙаны арҡаһында атмосфераның бейек ҡатламдарында ионизация юғары, был бейеклектә токтың үткәреүсәнлеге лә ер өҫтөнә ҡарағанда миллиард тапҡыр көслөрәк икән.
Өҫкө йәшендәрҙе өйрәнеү уларҙы барлыҡҡа килгән бейеклеге, төҫө һәм башҡа шарттар буйынса өс төргә бүлеүгә килтерә.
Беренсе төр өҫкө йәшен джет тип атала. Ул 15-30 км бейеклектә барлыҡҡа килә. Уинклер тап ошо йәшенде күҙәтә. Джет аҡһыл күк йә зәңгәр төҫтә була.
Спрайт — тағы ла бейегерәк, 50-100 саҡырым бейеклектә барлыҡҡа килгән, ҡыҙыл төҫлө йәшен. Улар төркөм менән барлыҡҡа килә, йәғни бер юлы бер нисә йәшен өҫкә ҡарай атыла. Спрайт төркөмөнөң яҡынса диаметры 100 км тирәһе. Был ҡыҙыл йәшендең "ғүмер оҙонлоғо" 100 миллисекундтан артмай.
Өҫкө йәшендәрҙең иң хәтәр төрө — эльф. Улар ҙа төркөм менән 100 саҡырымдан юғарыраҡ бейеклектә барлыҡҡа килә. Йәшен төркөмөнөң диаметры 400 км тирәһе тәшкил итә. Был йәшен 100 км алыҫлыҡҡа ионосфераның иң бейек ҡатламына 5 миллисекунд эсендә ата.
Өҫкө йәшендәрҙең төҫө барлыҡҡа килгән бейеклеккә бәйле. Ер өҫтөндәге атмосферала кислород күберәк, шунлыҡтан йәшен күкһел йә зәңгәр төҫтә була. Юғарыраҡ күтәрелгән һайын азот күбәйә, шунлыҡтан ул ҡыҙыл төҫ менән яна.
Өҫкө йәшендәр тағы ла Венера, Сатурн, Юпитер планеталарында ла көслө дауылдар барышында теркәлгән.
Ерҙә иһә өҫкә атылған йәшендәрҙе экватор һәм тропик һыҙаттарҙа күрергә мөмкин. Юҡҡа ғынамы ни барлыҡ йәшендәрҙең 78 процент шунда күҙәтелә. Рәсәй төбәктәрендә йәшәгәндәр был ғәжәйеп күренеште махсус приборҙар ярҙамында башлыса июль-августа күҙәтә ала.