Ер йөҙөндә яҡынса ике млн пар тирәһе күл сарлағы иҫәпләнә. Евразия ҡитғаһында ул — ғәҙәти ҡош. Исландия, Британия утрауҙарынан алып Камчаткаға, Төньяҡ-Көнсығыш Ҡытайға тиклем таралған. Гренландияла, урыны менән Төньяҡ Американың төньяҡ-көнсығыш биләмәләрендә лә бар. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә Архангел өлкәһенән Кавказға тиклем йәшәй.
Күсмә ҡош. Башҡортостандың ҙур күл-йылғаларында, һыуһаҡлағыстарында йылы яҡҡа киткәндә, ҡайтҡанда, күсеп йөрөгәндә осрай. Йылы яҡтарҙан апрель айында ҡайта. Ҡыш көндәрен Атлантик океан ярында, Көнбайыш Африкала, Һинд океанының Африка һәм Көньяҡ Азия ярҙарында, Көньяҡ-көнсығыш Азияла үткәрәләр.
Күл аҡсарлағының кәүҙә оҙонлоғо — 38-44 см, ауырлығы — 190-400 г, ҡанаттарының киңлеге — 94-105 см.
Ата һәм инә ҡош ҡиәфәттәре менән бер-береһенән айырылмай. Ҡарығыу осорондағы төҫө: башы ҡара көрән, кәүҙәһенең өҫкө өлөшө һоро төҫлө, аҫҡы яғы аҡ. Ҡышҡа ҡарата башы аҡҡа әйләнә, елкәһендә һоро тап ҡала. Суҡышы ҡыҙыл, осо ҡара. Аяҡтары ла ҡыҙыл төҫтә.
Ҡысҡыраҡ ҡош. “Кьярр” тигән тауыш сығара.
Ҡарабаш сарлаҡ колониялар менән төпләнә. Бер колонияла бер нисә парҙан меңдәрсә ҡош иҫәпләнә. Йыш ҡына икенсе төр сарлаҡтар менән йәнәш оя ҡоралар. Колониялар утрауҙарҙа, һаҙлы урындарҙа урынлаша. Оя ҡороу өсөн ҡамыш йә икенсе яр буйы үҫемлектәре файҙаланыла.
Инә ҡош 2-3 бөртөк көрән таплы һарғылт йәшел төҫтәге йомортҡаһын май айынан июнь уртаһына тиклем 21-25 көн дауамында баҫа. Ҡошсоҡтар ҡара таплы һарғылт мамыҡҡа ҡапланып донъяға килә. Суҡыштары һәм аяҡтары алһыу төҫтә була. 35 көндән ҡошсоҡтар оса башлай.
Ҡарабаш сарлаҡтың рационы бай. Ул бөжәктәр, кеҫәртке-йылан, кимереүселәр, ваҡ балыҡ, үлән орлоҡтары һәм кеше тарафынан ташланған аҙыҡ ҡалдыҡтары менән туҡлана. Аҙыҡ эҙләп, колонияһынан 70 саҡырымға тиклем алыҫлыҡҡа оса ала.
Күл сарлағының уртаса ғүмер оҙонлоғо 15-20 йыл тәшкил итә.