-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
9 Октябрь , 09:25

Ҡуҡый

Ҡуҡый (ҡупый, ҡупыйыҡ, һыу тауығы) (русса — погоныш обыкновенный, латинса —porzana porzana, инглизсә — spotted crake) — тартай һымаҡтар отрядындағы сыйырсыҡтан ҙурыраҡ бик һаҡ ҡош.

Ҡуҡый
Ҡуҡый

Донъяла барлығы 67 мең пар тирәһе ҡупый осрай. Ҡупыйыҡ Евразияла Шотландиянан алып Байкал күленә тиклем таралған. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә Төньяҡтан тыш башҡа урындарҙа һирәкләп осрай. Ҡыш көндәрен Африкала, Урта, Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәре буйҙарында һәм Һиндостанда үткәрәләр.
Ҡуҡыйҙың кәүҙә оҙонлоғо — 22-24 см, ҡанаттарының киңлеге — 37-42 см, ауырлығы — 60-140 г. Һырты аҡ сыбарлы көрән, ҡойроғо һәм ҡойроҡ аҫты һарғылт, суҡышының төбө ҡыҙыл, осо һары, ә аяҡтары оҙон, йәшкелт төҫтә. Инә һәм ата ҡош ҡиәфәттәре менән бер-береһенән айырылмай. Йәш ҡоштарҙың ҡауырһындарының төҫө тоноғораҡ.
Тауышы киҫкен, “ҡуҡ-ҡуҡ” булып ишетелә. Яҙ һәм йәй башында эңерҙән башлап төнө буйына ҡысҡырыуы мөмкин. Яҙ көнө йылы яҡтарҙан ҡайтышлай осош мәлендә һыҙғыра. Тоҡом сығарыу мәленән һуң тауыш сығарыуын бөтөнләй туҡтата.
Ҡупыйыҡ бейек үләнле һаҙлыҡтарҙа, дымлы аҡландарҙа, күл буйҙарында төпләнә. Ояһын ерҙә, шырлыҡ араһында бик ентекле йәшереп төҙөй. Майҙа-июнь башында инә ҡош ояла 10-12 бөртөк һарғылт йәшел йомортҡа һала. 18-24 көн дауамында инә һәм ата ҡош уларҙы алмашлап баҫа. Ҡошсоҡтар тулыһынса ҡара мамыҡ менән ҡапланып донъяға килә. Суҡыштары тәүҙә һарғылт аҡ төҫлө була. Артабан суҡышы осонан ҡарая, төбөндә ҡыҙғылт төҫ пәйҙә була.
Ҡошсоҡтарға яҡынса 25 көн булғанда оса башлайҙар. Бер аҙҙан ҡуҡый ғаиләһе тарҡала, һәр бер ҡош, бик һаҡ итеп, үҙ аллы көн итә башлай.
Сентябрҙә йылы яҡтарға юлланалар, туптарға берләшмәйҙәр. Яҙғыһын апрель айында ҡайталар.
Ҡупый төрлө бөжәктәр, селәүсендәр, һирәк үлән орлоҡтары менән туҡлана. Аҙыҡты ерҙән сүпләй. Һаҡ тормош көткән арҡала эңерҙә генә һунарға сыға. Бик һирәк ерҙән күтәрелеп оса. Осош барышында аяҡтарын һуҙа, әммә осошо оҙаҡҡа һуҙылмай.
Ҡуҡыйҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо 7 йыл тәшкил итә.

Автор: Азамат Байрамғәлин
Читайте нас: