Мышы, мәҫәлән, ашарға яраҡһыҙ бәшмәктәр менән дә "ағыуланып" ала, тырҡыш (мухомор) бәшмәген дарыу урынына ҡуллана. Бының өсөн мышы организмында ағыулы токсиндарҙы үҙләштереүсе махсус фермент бар. Мышы ғына түгел, башҡа йәнлектәр ҙә тырҡышты ашҡаҙан-эсәгендәге төрлө паразиттарҙан ҡотолоу өсөн ашай.
Был бәшмәкте мышы тағы ла допинг урынына ҡуллана икән. Әммә йылына бер тапҡыр — көҙ айҙарындағы ҡарығыу (гон) осоронда. Урман буйлап инә мышыны эҙләп, күпме юл үтергә, уны баҫтырырға, етмәһә уның өсөн дәғүәселәр менән алышыуға күпме көс сарыф ителеүен күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Һунарсылар әйтеүенсә, был мәлдә уларҙың ашҡаҙанында килограмлап ағыулы бәшмәк табыла.
Ҡыр сусҡаһы ла рационын бәшмәктәр менән байыта. Иң яратҡан бәшмәктәре — төпөш бәшмәк (боровик) һәм уҫаҡ бәшмәге. Үҙенең һиҙгер мороно менән ҡабан ҡалын япраҡтар аҫтында ятҡан бәшмәкте лә таба.
Терпе тигәндә, күптәрҙең күҙ алдына уның, энәләренә эләктереп, бәшмәк ташыуы киләлер. Әммә был яңылышлыҡ хатта Боронғо Рим осоронан беҙҙең заманғаса килеп еткән. Ысынында, терпе арҡаһында бер нәмә лә ташымай. Ҡышҡылыҡҡа өңөнә лә бәшмәк йыймай, ә көҙ көнө үҙендә май ҡатламы туплай. Аҙыҡ табыуы ауырлашҡан мәлдә генә терпе бәшмәк менән ауыҙ итеп ала. Күберәк был энәле урман йәнлеге селәүсендәр, ҡарышлауыҡтар, кимереүселәр менән туҡлана.
Ҡуян ҡайын бәшмәген һәм бүрекбаш (сморчок) бәшмәктәрен ярата. Төлкө ашҡаҙан-эсәктәрен таҙартыу өсөн пластинкалы бәшмәктәрҙең айырым төрҙәрен һайлай. Айыу ҡайын бәшмәгенә һәм һарыҡ бәшмәгенә (сыроежка) өҫтөнлөк бирә, ваҡыты менән ағыулы бәшмәктәр менән дауаланып ала.
Тейен бәшмәктәрҙе сей килеш кенә түгел, киптереп тә ашай. Был йәнлек тиҫтәләгән төр бәшмәк менән туҡлана. Иң яратҡандары исемлегендә баллы бәшмәк (опенок) һәм майлы бәшмәк (масленок) бар.
Бәшмәктәр менән туҡланып, урман йәнлектәре уларға таралырға булышлыҡ итә. Бәшмәктең споралары тиҙәк менән яңы урынға эләгә һәм унда ла ҡалпаҡлы ризыҡ үҫеп сыға.