-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
6 Ноябрь , 15:25

Урман күгәрсене

Урман күгәрсене (һаҙ күгәрсене) (урыҫса — клинтух, евразийский голубь, латинса — columba oenas, инглизсә — stock dove) – күгәрсендәр ғаиләһенә ҡараған ҡош.

Урман күгәрсене
Урман күгәрсене

Донъяла барлығы яҡынса ике млн пар тирәһе һаҙ күгәрсене иҫәпләнә. Улар Ирландиянан алып Төньяҡ Африкаға, Кесе һәм Үҙәк Азияға тик­лем таралған. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, төньяҡ тайганан тыш, барлыҡ урман бүлкәттәрендә лә осрай. Тәбиғәт шарттарына яҡшы яраҡлаша.
Күсмә ҡош. Ҡышты Яҡын Көнсығышта, Көньяҡ Азияла үткәрәләр. Беҙҙең яҡтарға был күгәрсен йылғаларҙа боҙ китеү мәленә ҡайта.
Урман күгәрсене йорт күгәрсене менән бер ҙурлыҡта. Кәүҙәһенең оҙонлоғо — 31-36 см, ҡанаттарының киңлеге — 61-69 см, ауырлығы — 230-370 г.
Был ҡоштарҙың ҡауырһындары ҡуйы күкһел һоро төҫтә. Ҡанаттары ҡара һыҙыҡлы, ҡойроғоноң осо һәм яурындарында ла ҡара һыҙыҡтар урынлашҡан. Муйынындағы ҡара йәшел таптар, ҡыҫҡа ҡойроғо, сағыштырмаса ҙур башы менән башҡа күгәрсендәрҙән айырыла. Бер төҫкә генә буялған арҡаһынан да уны танырға була.
Күҙҙәре — ҡара көрән, суҡышының осо һары, суҡыш төбө ҡыҙыл, аяҡтары ҡара-ҡыҙыл төҫтә.
Ата ҡош инәһенән бер аҙ эрерәк. Йәш ҡоштарҙың төҫө ололарҙыҡына оҡшаш, ләкин тоноғораҡ, ә суҡыш төбө һәм аяҡтары алһыу төҫтә була.
Урман күгәрсене — бик һаҡ, өркөп барған ҡош. Хәүеф янаған мәлдә урман төпкөлөнә ҡаса. Осошо етеҙ. Күп ваҡыт 3-5 ҡоштан торған туп менән бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөйҙәр. Гөрләүе тоноҡ, “ху-хууу” булып ишетелә. Ҡарығыу мәлендә ата ҡоштоң осошо әберсендекенә оҡшаш була.
Һаҙ күгәрсене оя ҡороу өсөн асыҡ урманлы урындарҙы, болондарҙы үҙ итә. Ҡала парктарында ла оялауы мөмкин. Ағас ҡыуыштарында, һирәкләп ағас баштарында оя ҡора.
Инә ҡош ике бөртөк аҡ төҫлө йомортҡа һала. Уларҙы, ата ҡош менән алмашлап, 16-18 көн дауамында баҫа. Ҡошсоҡтарға яҡынса 20 көн тулғас, ояларын ҡалдырып, улар үҙ аллы йәшәй башлай. Йылына ҡарап, һаҙ күгәрсене 4 тапҡыр тоҡом ҡалдырып өлгөрә.
Урман күгәрсене ерҙә үлән орлоҡтары, сәтләүектәр, еләктәр, төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Көҙ көнө баҫыуҙарҙа башаҡлы культураларҙың орлоҡтарын йыялар.
Урман күгәрсендәренең һаны орнитологтарҙа борсолоу тойғоһо тыуҙырмай, сөнки был ҡоштарҙың һаны кәмемәй.
Һаҙ күгәрсененең уртаса ғүмер оҙонлоғо 5 йыл тәшкил итә.

Автор: Азамат Байрамғәлин
Читайте нас: