-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
14 Ноябрь , 10:45

Урман йәнлектәре ни өсөн кеше янына яҡыная?!

Һуңғы арала ҡырағай хайуандарҙың ауыл-­ҡалаларға килеүе осраҡтары күбәйҙе. Мәҫәлән, Көньяҡ Урал ҡурсаулығының уртаһында урынлашҡан Межгорье (Көҙйылға) ҡалаһында айыу, бүре, мышы, төлкө менән осрашыу осраҡтары тураһында хәбәрҙәр менән ҡала пабликтары тулған.

Урман йәнлектәре  ни өсөн кеше янына яҡыная?!
Урман йәнлектәре ни өсөн кеше янына яҡыная?!

Республикабыҙҙың башҡа мөйөштәрендә лә бындай осраҡтар бар: мәҫәлән, сентябрь башында Иглин районында балалы айыуҙы тап итәләр, 16 сентябрҙә Әбйәлил районының үҙәге Асҡарҙа, тайлаҡ, йәғни үҫмер айыу балаһы урам буйлап сабып йөрөй, октябрҙең 12-һендә шул уҡ райондың Ҡужан ауылында айыу кеше торлағына килә. Бындай осрашыуҙарҙың ҡайһы берҙәре фажиғәле тамамланды. Мәҫәлән, яҙ көнө Әбйәлил районының Шәрип ауылы янында ҡайын һуты йыйырға сыҡҡан ир кешене айыу ауыр яралай һәм ул дауаханала үлә.
Урман — ҡырағай хайуандарҙың йорто. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, был йортта, йәғни ҡайһы бер урмандарҙа йәнлектәргә тығыҙ бул­ыуы мөмкин.
"Хайуандарҙың һаны арта, уларға һунар итергә, һандарын кәметергә кәрәк" тигәнде аңлатмай был. Киреһенсә, кеше үҙенең эшмәкәрлеге: сикһеҙ урман ҡырҡыуы, браконьерлыҡ, урман янғындары сығарыуы арҡаһында ҡырағай хайуандарҙың йортон емерә, йәшәгән урындарынан ҡыуа.
Мәҫәлән, инә айыу йылына уртаса ике бала таба. Был айыуҙар ҙурайғас, уларҙың һәр береһенә айырым биләмә кәрәк буласаҡ. Урман янғыны арҡаһында үҙ биләмәләрен юғалтҡан оло, көслө айыу йәш, көсһөҙҙө ситкә ҡыуасаҡ. Ҡыуылған айыу был осраҡта ауыл, ҡалалар сиктәренә яҡынламай булдыра алмай.
Әммә үҙҙәренә хәүеф янамаған осраҡта ҡырағай хайуандар кешеләргә асыҡтан-асыҡ күренеп бармай. Кешеләр булыуын тойоу менән улар урман төпкөлөнә ҡаса.
Урман йәнлектәренең ҡайһы берҙәре, ҡурҡыу тойғоһо белмәй, аҙыҡ ҡалдыҡтары, ашамлыҡ­тарҙың еҫен тойоп, ҡайһы бер осраҡта берәҙәк эттәрҙе ҡыуып, кеше янына барып сыға. Мәҫәлән, юл буйында урынлашҡан кафе кеүек урындарҙағы ташландыҡ аҙыҡҡа ҡырағай хайуандар тиҙ эйәләй. Кешеләр ҙә йәшәгән йә ял иткән ерҙәрҙә үҙҙәренән һуң ҡайһы саҡта артып ҡалған ризығын ташлап ҡалдыра. Ә ҡайһы берәүҙәр йәнлекте ашатып, уны ҡулға эйәләштереп, матур кадрҙар төшөрөргә йә иһә һыйпап ҡарарға ла теләй.
Күп осраҡта кешенең вайымһыҙлығы һәм ябай тәбиғәт ҡанундарын белмәүе ҡырағай хайуандарҙы кеше күпләп йөрөгән урындарға эйә­ләштерә. Ҡырағай хайуан аҙыҡты еңел табып булған ергә һәм уның һәр ваҡыт етерлек кимәлдә булыуына өйрәнә. Урман йәнлектәренең бындай осраҡта кешеләргә ҡарата талапсанға, хатта агрессивҡа әйләнеүе мөмкин. Әгәр ҙә өйрәнгән урынында аҙыҡ табыу мөмкинлеге булмаһа йә ул саманан әҙерәк булһа, йәнлектең кешегә һөжүм итеүе лә мөмкин. Бындай осраҡта иһә ҡырағай хайуан һуңынан үҙе лә егерҙар тарафынан юҡ ителә.
Урман йәнлектәре кеше янына элек-электән килгән. Һуңғы осорҙа был осрашыуҙарҙың күп­ләп теркәлеүе бөгөн һәр беребеҙҙә булған телефон, камераларға, киң таралыуы интернет бәйле тип билдәләй ҡайһы берәүҙәр.
Шулай ҙа тәбиғәттең таҙалығы ла, йәнлектәрҙең именлеге лә, үҙебеҙгә ҡарата хәүефһеҙлек тә бары тик үҙебеҙҙең ҡулдарҙа!

Автор: Азамат Байрамғәлин
Читайте нас: