Көнбайыш календары буйынса киләһе йыл Йылҡы йылы буласаҡ. 2026 йылдың хужаһы менән ниҙәр күрербеҙ икән? Әйтеп булмай. Ә мәҡәләлә иһә һыу аҫты батшалығынан сыҡҡан Толпар, Күктә тыуған Аҡбуҙат тоҡомонан булған, күпме риүәйәттәрҙә данланған, күп быуаттар буйы халҡыбыҙҙың айырылғыһыҙ тоғро булған башҡорт аты хаҡында һөйләшербеҙ.
Башҡорт аты — Көньяҡ Уралдағы эндемик ат тоҡомо. Быуаттар төпкөлөндә урындағы урман һәм дала ат тоҡомдарынан тәбиғи һайланыш һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Ҡайһы бер ғалимдар белдереүенсә, был процесста хәҙерге көндә юҡҡа сыҡҡан тарпандар ҙа ҡатнашҡан.
Башҡорт аты ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына яҡшы яраҡлашҡан. Башы сағыштырмаса ҙур, ҡалын ҡыҫҡа муйынлы. Һөлдәһе яҡшы үҫешкән, арҡаһы яҫы, аяҡтары ҡыҫҡа булһа ла көслө, тояҡтары ныҡ. Ялы һәм ҡойроғо ҡуйы, оҙон.
Мундаһы түбән. Айғырҙың мундаһының бейеклеге — 142-145 см, бейәнеке — 138-142 см. Ауырлығы: айғыр — 450-470 кг, бейә — 400-420 кг. Был аттарҙың туры, ерән, аҡһыл ҡола, ҡола төҫтәре иң таралғаны.
Башҡорт атында өйөр инстинкты көслө. Башҡорттарҙың йылҡы өйөрҙәре йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөгән. Ҡышҡыһын 40-50 см тәрәнлектәге ҡар ҡатламы аҫтынан үлән табып ашауға яраҡлашҡан. Элек егеүгә файҙаланылған аттар өсөн генә ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләнгән.
Башҡорт аты аҡыллы, ҡыйыу, түҙемле, тырыш, тыңлаусан, өйрәнеүгә тиҙ күнегә, хужаһына ышаныусан. Ошо сифаттары арҡаһында ул элек-электән юғары баһаланған.
Башҡорт яугирҙарының дошмандарға ҡаршы алыштарында яуҙаш дуҫы була. Мәҫәлән, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тулыһынса тиерлек башҡорт тоҡомло аттары менән генә тулыланған булған. Был аттарҙың береһе — легендар Керчь (Ҡорос) исемле ат яуҙан имен-аман әйләнеп ҡайтҡан Миәкә районының ауылында уға һәйкәл дә ҡуйылған.
Заманындағы күп хәрби дәрәжәле кешеләр, эҙләнеүселәр башҡорт аты менән һоҡланыуҙарын тарихҡа теркәп ҡалдырған. Яуҙарҙа башҡорт атының оҙон араға барыуҙа талымһыҙ булыуын, оҙаҡ ваҡыт шәп итеп сабып йә юрғалап барыуын билдәләгәндәр. Башҡорт атын төрлө күнекмәләр менән һыбайлыға уҡтан атыу, атыу ҡоралын файҙаланыу, ҡылыс, һөңгө менән оҫта эш итеүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн махсус тәрбиәләгәндәр.
XVII-XVIII быуаттарҙа башҡорт аты киң таралған булған. Был мәлдә уларҙың дөйөм һаны 600 меңдән ашып киткән. Ауыл хужалығы эштәрендә ҙур ярҙамсы булған. Арба юлынан 700-1000 кг ауырлыҡтағы йөктө тарта алыуы, сыҙамлы булыуы арҡаһында яҡшы баһаланған.
Хәҙерге заманда ла башҡорт аты ауыл хужалығында, йөк ташыу эштәрендә, ҡымыҙ яһау, ит етештереү, ат спортында, халыҡтың йола-кәсептәрен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә киң файҙаланыла. Әйткәндәй, Башҡортостан Саха һәм Алтай Республикалары менән бер рәттән йылҡысылыҡ үҫеше буйынса Рәсәйҙә иң алдынғы төбәктәр араһында.
Һуңғы йылдарҙа "Башкорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивален үткәреү матур йолаға әйләнде. Ә 2024 йылда иһә башҡорт атына патент алыуҙары, йәғни уның төбәк бренды булып раҫланыуы ҡыуандырҙы.
XIX быуатта башҡорт халҡын өйрәнгән билдәле этнограф Сергей Руденко үҙенең "Башҡорттар" тигән китабында: "Иң бай башҡорт 3-4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20-30 баш йылҡыға хужа" — тип яҙып ҡалдырған.
Киләһе Йылҡы йылы ла ҡотло булһын!
Азамат Байрамғәлин.
Александр Королев фотоһы.