-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
10 Декабрь , 15:43

Байғош

Байғош (байҡош, байғош ябалаҡ, бәүелсәк ябалаҡ) (латинса – athene noctua, урыҫса – домовой сыч, инглизсә – little owl) – ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош.

Байғош
Байғош

Донъяла барлығы 327 мең пар тирәһе байғош иҫәпләнә. Евразияла һәм Төньяҡ Африкала осрай. Барлығы ундан ашыу ярымтөрө билдәле. Урыны менән ултыраҡ йә күсмә ҡош.
Рәсәйҙең Европа өлөшөндә 55-58° бүлкәтенән көньяҡҡа ҡарай таралған. Төньяҡ биләмәләрҙә һирәк, үҙәк һәм көньяҡ өлөшөндә күберәк осрай. Урыны менән йәш ҡоштар ҡышҡа ҡарай көньяҡҡа күсә. Башҡортостанда киң генә таралған, ултыраҡ ҡош.
Байғош ябалаҡ ҙурлығы буйынса барҡылдаҡ менән күгәрсен араһында тора. Кәүҙәһенең оҙонлоғо — 23-28 см, ҡанаттарының киңлеге — 54-61 см, ауырлығы — 120-220 г.
Башы йоморо, ҡолаҡһыҙ, көрән һоро төҫлө, аҡ таплы. Күҙҙәре һары. Аяҡтары һәм ҡойроғо сағыштырмаса ҡыҫҡа. Аяҡтары йөн менән ҡап­ланған. Һырты аҡ таплы ҡара көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы асығыраҡ, көрән төҫтәге таптарға буялған.
Инә ҡош ата ҡоштан бер аҙ эрерәк. Йәш ҡоштарҙың ҡауырһындары бер төҫлө, ҡарараҡ. Баштарында аҡ таптар булмай.
Байғоштоң тауышы нескә һыҙғырыуҙарҙан тора. “Гууии” кеүегерәк ҡысҡырыуын 2-5 секунд һайын ҡабатлай. Һирәк “кии”, “ҡыуыйт” кеүегерәк киҫкен тауыштарын да сығара.
Был ябалаҡтың осошо тиҙ. Ҡанаттарын ҡаҡҡандан һуң тумыртҡалар кеүек ҡанаттарын йыйып та оса. Күбеһенсә эңерҙә, төнөн әүҙемлек күрһәтә. Көндөҙ ҙә һунар итеүе мөмкин. Ағастарға һирәк ҡуна. Төрлө бина ҡыйыҡтарына, таштарҙа, тимер сымдарға ултыра. Кеше яҡынлашһа, уны ҡурҡытыр өсөн, кәүҙәһен турайтып, бәүелә башлай.
Бәүелсәк ябалаҡ күбеһенсә дала, ярымсүллек, аҡлан йә ауыл-ҡалаларҙа кеше торлағы эргәһендә төпләнә.
Ҡаяларҙа, таш ярыҡтарында, өңдәрҙә, ҡыйыҡтарҙа оя ҡора. Ояһының төбөн тиҙәк йә табышының ҡалдыҡтары менән йылыта.
Инә ҡош 2-5 (һирәкләп 9) бөртөк аҡ йомортҡа һала, уларҙы 27-28 көн дауамында баҫа. Ҡошсоҡтар аҡ мамыҡ менән ҡапланып донъяға килә.
30-35 көндән һуң, ояларын ҡалдырып, оса башлайҙар. 6 аҙналыҡ саҡтарында төләү (линька) башлана, йәш ҡоштар ололар төҫөнә керә.
Байғош, кимереүселәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә. Төрлө бөжәктәр, ваҡ ҡоштар, йылан-кеҫәрткеләр, селәүсендәр менән дә туҡлана. Осош барышында ла, ерҙә йөрөп тә һунар итә.
Бәүелсәк ябалаҡтың уртаса ғүмер оҙонлоғо 5-7 йыл тәшкил итә. Орнитологтар белдереүенсә, һуңғы тиҫтә йылдарҙа был ҡош һанының әҙәйеүе күҙәтелә. Байғоштоң һаны уның аҙыҡ базаһының кәмеүе һәм ауыл хужалығында күпләп пестицидтар ҡулланылыу арҡаһында кәмей.
Байғош боронғо грек мифологияһында аҡыллылыҡ алиһәһе Афинаның юлдашы булып һүрәтләнә. Был ҡош белем, эрудиция символы булып тора. Ә беҙҙең халыҡта иһә ҡыҙғаныс, меҫкен кешегә ҡарата “байғош” тиҙәр. Байғош “Урал батыр” эпосында ла, башҡорт халҡының мәҡәл-әйтемдәрендә лә телгә алына.

Автор: Азамат Байрамғәлин
Читайте нас