"Пржевальский" атамаһы менән был ҡырағай аттарҙы сәйәхәтсе, ғалим Николай Михайлович Пржевальский хөрмәтенә аталғандар. Үҙәк Азияға экспедицияһы барышында был ғалим уға тиклем фәнгә билдәһеҙ унлаған яңы төр хайуанды, бихисап үҫемлеке тасуирлай.
1878 йылда Жуңғар Гобиһында (әлеге Монголия сиктәрендә ятҡан ярымсүллек) Пржевальский экспедицияһы быға тиклем билдәһеҙ аттар өйөрөн осрата. Ғалим был аттарҙың ҡиәфәтен, ареалын, йәшәү рәүешен теркәй. Һуңынан урындағы һунарсыларҙан был аттың тиреһен, баш һөлдәһен алып Санкт-Петербуртағы Рәсәй Фәндәр академияһының зоология белгестәренә тапшыра. Быға тиклем билдәле булған бер ат төрө менән дә оҡшашлыҡ табылмағас, ул фәндә яңы төр – Пржевальский аты (Equus przewalskii) тип теркәлә.
Был аттарҙы "Тахи" тип Монголия халҡы атай. "Тахи" һүҙе монгол теленән "рух", "рухлы зат" тип тәржемә ителә. Монголдар был аттарға Аллаһ илселәре, Уның мөрәжәғәттәрен кешеләргә еткереүселәр тип ҡараған. Әлеге ваҡытта тахи Монголияның милли символы булып тора.
Пржевальский аттарының килеп сығышы хаҡында бәхәс бөгөнгә тиклем дауам итә. Ҡайһы бер ғалимдар, был аттар бер ҡасан да ҡулға эйәлештерелмәгән һәм хәҙерге аттар уларҙың нәҫеле, тип билдәләй. Икенселәре, борон тахи аттары әлеге Ҡаҙағстан биләмәһендә аттарҙы ҡулға эйәлештереү, үрсетеү менән шөғөлләнгән Ботай мәҙәниәте кешеләре (яҡынса 3,7-3,1 мең йылдар элек) тарафынан ҡулға эйәлештерелгән булған, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында кире ҡырағайға әйләнгән, тип раҫлай.
Һуңғы генетик эҙләнеүҙәр Пржевальский атының (66 хромосома) хәҙерге аттарҙан (64 хромосома) хромосома һандары буйынса ла айырыла икәнен билдәләй. Генетик материалдар хәҙерге аттарҙың нәҫел осо тахиларҙан яҡынса 45 мең йыл элек айырылғанын күрһәтә.
Пржевальский атының кәүҙәһенең оҙонлоғо яҡынса 200 см тирәһе. Мундаһына (холка) тиклем бейеклеге 136 см-ға тиклем. Ауырлығы — 300-350 кг. Мыҡты кәүҙәле ат. Сыҙамлы, оҙайлы ваҡыт һыуһыҙ түҙә ала.
Дөйөм төҫө ҡола (ҡомло ерән), кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө асығыраҡ. Ҡойроғо, ялы, аяҡтарындағы "ойоҡтары" ҡара төҫтә. Арҡаһы буйлап ҡара һыҙат үтә. Ялы ҡыҫҡа, үрә тора, маңлай сәсе булмай. Морононоң осо аҡ йә ҡара-һары була.
Тахилар өйөр менән йәшәй. Өйөрҙөң башында көслө йәш айғыр тора. Улар икенән алып ундан ашыу бейәнән, ҡолондарҙан торған өйөргә хужа була.
Өйөрҙә иерархия көслө. 2-3 йәше тулған йәш айғырҙар башлыҡ тарафынан өйөрҙән ҡыуыла. Кире өйөргә ҡайтыр өсөн улар өйөр айғырын алышта еңергә тейеш. Шулай итеп, ҡыуылған айғырҙар "буйҙаҡтар" өйөрөн булдыра. Әсәһен юғалтҡан ҡолондо башҡа бейә үҙенә алмай.
Өйөрҙәр айырым биләмәгә бәйле түгел. Ҡылған, күрән, сәскәле үҫемлектәр, тал кеүек ҡыуаҡтар менән туҡланалар, ҡыш көндәрен тибенлектә үткәрәләр.
Фараздар буйынса, борон улар Евразияның урман-далалы, далалы, ярым сүллекле бүлкәттәрендә көн иткән. Кешенең ҡырағай тәбиғәткә ҡарата мәрхәмәтһеҙлеге, һунарсылыҡ был аттарҙың һанын ҡырҡа кәметә. Пржевальский тасуирлаған мәлдә был аттар Жуңгар илендә генә ҡалған булған.
1902 йылда ҡырағай тәбиғәттән ауланған 28 баш тахи Европа зоопарктарына килтерелә. Ирекһеҙлеккә дусар ителгән аттарҙың күбеһе үлә. 1930-сы йылдарҙа уларҙың ун бере генә тороп ҡала. Ләкин был аҙым Пржевальский аттарын тергеҙеү буйынса артабанғы эштәргә ҙур өлөш индерә, сөнки 1960 йылда Жуңгар илендә ҡырағай тәбиғәттәге иң һуңғы тахи үлә. Әммә был атты Тарпан кеүек Ер йөҙөнән бөтөнләй юҡҡа сығыуҙан Хоҙай аралаған. 1960-сы йылдарҙа Европа зоопарктарындағы был аттарҙың һаны 130-ға етә. 1990-сы йылдар башына ирекһеҙлектә көн иткән тахилар һаны 1,5 меңгә тиклем үҫә.
1992 йылда белгестәр тахиларҙы тәү башлап йәшәгән урындарына ҡайтарып, уларҙы ишәйтеү, йәғни реинтродукция сараларын башлай. Монголияның "Хустайн-Нуруу" милли паркына, "Оло Гоби" ҡурсаулығына был аттар уңышлы ҡайтарыла. 1998 йылда 30 баш Пржевальский аты Чернобыль эргәһендәге кеше йәшәмәгән зоналағы тәбиғәт ҡосағына ебәрелә. Кеше тәҫьир итмәгән биләмәлә лә был аттар үҙҙәрен яҡшы тоя. 2011 йылға ҡырағай тәбиғәттә көн иткән тахилар һаны 400 башҡа етә.
Рәсәйҙә Пржевальский аты "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән, "Экология" милли проекты буйынса тергеҙеүгә мохтаж 13 төр араһында тора. Был атты тәбиғәт шарттарында үрсетеү буйынса саралар беҙҙә 2015 йылда башлана. Бының өсөн Ырымбур дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына ҡараған "Урал алды далаһы" участкаһы булдырыла. Пржевальский аттарын һаҡлау һәм үрсетеү өсөн кеше эшмәкәрлеге боҙмаған был тәбиғәт биләмәһенең майҙаны 16 мең гектарҙан ашыу. Ҡыҫҡа арала бында Реинтродукция үҙәге, вольерҙар комплексы, 90 га майҙанлы карантин зонаһы һәм башҡа кәрәкле инфраструктура булдырыла, бар биләмә махсус кәртә менән уратып алына.
2015 йылдың 18 октябрендә Ырымбурҙағы Реинтродукция үҙәгенә Францияның Ла Виллар ярымрезерватынан 6 баш тахи килтерелә. Бер йыл дауамында карантин зонаһында акклиматизация үткәндән һуң был өйөр Ырымбур далаларына ебәрелә. 2016 йылдың ноябрендә тағы — 14 баш, 2017 йылдың октябрендә өҫтәмә 16 баш тахиҙы Венгрияның "Хортобадь" милли паркынан алып киләләр.
Ырымбурҙағы Реинтродукция үҙәге белгестәре Пржевальский аттарын тәүлек әйләнәһенә һаҡлай, йыһан технологиялары ярҙамында уларҙың урынын билдәләп тора. Йылына бер нисә тапҡыр һәр аттың ҡанын анализға алып, паразиттарҙан дауалайҙар.
Тоҡомсолоҡ эше алып барыла, һәр бер аттың паспорты, шәжәрәһе бар. Генетик база тулыланып тора. Әлеге көндә "Урал алды далаһы" участкаһында 120-нән ашыу Пржевальский аты көн итә.
Әйткәндәй, был ҡырағай аттарҙы "Дала һулышы" исемле экологик һуҡмаҡ буйлап үтеүсе экскурсияла 10-15 м алыҫлыҡтан күрергә була.
Пржевальский атын быйылдан Хаҡас ҡурсаулығында ла тергеҙә башланылар. Бының өсөн майҙаны 5 мең гектарҙан торған "Ҡамыҙәк далаһы һәм Улух-Коль (Олокүл)" исемле махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе булдырылған. 2025 йылдың 27 октябренән 28-нә ҡараған төндә Ырымбурҙан Абаканға тиклем дүрт сәғәт самолётта осҡан 8 баш тахи Хаҡас еренә тояҡ баҫты.