

Ҡоймаҡ ҡойорға яратаһығыҙмы, дуҫтар? Әллә минең кеүек ҡоймаҡтарҙы ялмап ҡуйырға ғына яратыусылар күберәкме арағыҙҙа? Нисек кенә булмаһын, тәбиғәт тә "ҡоймаҡ бешерә" белә икән. Был һанда һүҙебеҙ ғәжәйеп тәбиғәт күренеше – боҙ-ҡоймаҡтар хаҡында булыр.
"Боҙ-ҡоймаҡтар" йәки "ҡоймаҡлы боҙ" – һирәк осраған гидрометеорологик күренеш. Ул һыу өҫтөндә йөҙгән бихисап йомро боҙ дисктарынан тора.
Был "ҡоймаҡтар" диаметры бер нисә сантиметрҙан алып 1,5 метрға тиклем ҙурлыҡта була. Уларҙың ҙурлығы йылғаның киңлегенә һәм сыйҙымдың күплегенә бәйле. Бындай күренеш айырым шарттар тыуған мәлдә генә көҙ йә иртә яҙҙа барлыҡҡа килә.
Боҙ-ҡоймаҡтарҙың "рецепты" ябай булһа ла, айырым шарттарһыҙ улар "бешмәй". Бының өсөн һауа температураһының 0 градустан түбән төшөүе һәм йылғаның яңы ғына туңа башлауы төп шарт. Һыуыҡтар башланыу менән ер һыуға ҡарағанда тиҙерәк һыуына, шуға ла тәүҙә йылға ярҙарында боҙ туңа башлай, ә йылға ағымы уны ватып ары ағыҙа.
Көслө ҡар яуып үткәндән һуң йылға өҫтөндә ҡар төйөнсөктәре йыйыла. Нәҡ һыу өҫтөндә туңа башлаған ҡар ҡатыш боҙҙо сыйҙым (русса — шуга) тип атайҙар. Ҡәғиҙә булараҡ, сыйҙым боҙ шыяһынан (русса — ледяное сало) һәм һыулы ҡарҙан (русса — снежура) тора.
Температураның түбәнәйеүе сыйҙымды боҙға әйләндерә. Әммә һыу ағымының, тулҡындың һәм елдең тәьҫире арҡаһында боҙ бер бөтөн булып туңмай, ә боҙ киҫәктәренә тарҡала. Һуңынан йылға ағымы арҡаһында был боҙ киҫәктәре һыуҙа өйөрөлә башлай. Һыуға ышҡылыу һөҙөмтәлә уларҙан йомро диск яһала. Өйөрөлгән һайын был диск яңы боҙ киҫәксәләре менән тулылана, ҙурая һәм нығына. Шулай итеп, йылғаның бер өлөшөндә ҡоймаҡлы боҙҙар хасил була.
Боҙ-ҡоймаҡтар башлыса төньяҡ бүлкәттәрҙә барлыҡҡа килә. Уларҙы Себер, Скандинавия, Шотландия, Канада, Аляска йылғаларында осраталар. Саха (Яҡут) Республикаһының Лена, Алдан, Вилюй йылғаларында боҙ-ҡоймаҡтарҙың саҡырымдарға һуҙылған ағымын хатта самолеттарҙан күҙәтәләр. Тағы ла Карелияла, Киров өлкәһендә лә бындай күренештәр осрай.
Башҡортостанда ла тәбиғәт, һирәк булһа ла, ҡоймаҡлы боҙҙарҙы "бешереп" тора. Мәҫәлән, үткән йылдың март аҙағында Бөрйән районының Берәтәк йылғаһында боҙ-ҡоймаҡтар барлыҡҡа килгән. 2023 йылдың ноябрендә бындай күренеште Әй йылғаһында күҙәткәндәр.
Боҙ-ҡоймаҡтар күпләп Антарктида ҡитғаһы тирәләй һәм Төньяҡ Боҙло океанға ҡараған диңгеҙҙәрҙә барлыҡҡа килә. Белгестәр билдәләүенсә, бындағы шарттар боҙ-ҡоймаҡтар яһау өсөн тағы ла яҡшыраҡ: диңгеҙҙең киң тарафтары ҙур "таба" кеүек, тоҙло һыу туңып бармай, ел нығыраҡ иҫә.
Күлдәрҙә иһә ағым булмауы сәбәпле боҙло ҡоймаҡтар бик һирәк күҙәтелә.
Азамат Байрамғәлин.