+29 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
18 Февраля , 04:25

Ала ҡарға

Ала ҡарғаАла ҡарға
Ала ҡарға

Ала ҡарға (русса — серая ворона, латинса — corvus cornix, инглизсә — hooded crow) – ҡоҙғондар ғаиләһенә ҡараған билдәле ҡош.
1989 йылда РСФСР биләмәһендә 26 млн ала ҡарға иҫәпләнгән. Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы, ағастарҙың ҡырҡылыуы, пестицид кеүек ағыуҙар ҡулланыу арҡаһында был ҡарғаларҙың Рәсәйҙә әлеге ваҡыттағы яҡынса һаны 6,3 млн ҡалған. Был һан ҡоҙғондар ғаиләһендәге бар ҡоштарҙың 15 процентын тәшкил итә.
Ала ҡарғаның ареалы Үҙәк һәм Көнсығыш Европаны, Көнбайыш Себерҙе һәм Азияның ҡайһы бер төбәктәрен үҙ эсенә ала. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә тундра, ҡуйы урмандар, сүллек һәм бейек тауҙар тәбиғи зоналарынан тыш башҡа урындарҙа йәшәй.
Ареалының төньяғында ул ваҡытлыса ғына йәшәй, йәғни күсмә ҡош. Башҡа төбәктәрҙә ултыраҡ тормош алып бара, аҙыҡ артынан алыҫ булмаған араларға ғына күсенеп йөрөй. Башҡортостанда киң таралған ғәҙәти ҡош.
Ала ҡарағаның кәүҙә оҙонлоғо — 44-51 см, ҡанаттарының киңлеге — 84-100 см, ауырлығы — 440-740 г. Башы, түше, ҡойроғо һәм ҡанаттары ҡара, кәүҙәһенең башҡа өлөшө ҡуйы һоро төҫтә. Ҡанаттарында һәм ҡойроғонда металл төҫө сағыла. Суҡышы һәм аяҡтары ҡара. Күҙҙәре ҡара көрән. Ауыҙ эсе һоро.
Ата һәм инә ҡош ҡауырһындарының төҫө менән айырылмай. Ата ҡош бер аҙ эрерәк. Ҡарт ҡоштарҙың һырты, кәүҙә аҫты асыҡ һоро төҫтә була, ҡара ҡанаттарында металл төҫө нығыраҡ беленә. Күҙҙәре һәм ауыҙ эсе ҡара. Йәш ҡош­тарҙа һоро төҫ тағы ла ҡуйыраҡ, ҡара төҫ металл төҫмөрһөҙ була. Күҙҙәре зәңгәр һоро, ауыҙ эсе алһыу төҫтә.
Әйтергә кәрәк, ала ҡарға менән ҡара ҡарғаның үҙ-ара гибридтар булдырыуы мөмкин. Баш­лыса бындай гибридтар ареалының көнбайышында осрай.
Ала ҡарғаның ҡарлыҡҡан “ҡарр-ҡарр” тигән тауышы барыһына ла таныштыр. Ҡарығыу осоро етеү менән уның “йыр репертуары” байып китә, “ҡарр-ро-кх” кеүегерәк өндәр өҫтәлә.
Был ҡарғаның осошо еңел, ҡанаттарын еңел ҡаға. Ерҙән яҡшы атлай.
Ала ҡарға төрлө ағастарҙан торған урман ситтәрендә, йылға үҙәндәрендә, кеше торлағы эргәһендә йәшәй. Ояһын ағас башында, ҡаяла, кеше торлағында йә электр линия­һы бағанаһында төҙөй. Уны ботаҡтарҙан, ауыл-ҡалаларҙа тимерсыбыҡ кеүек материалдарҙан яһауы мөмкин. Бер ояла йылдарса оялай.
Был ҡош ике йәшендә енси етлегә етә. Моногам төр. Инә ҡош 3-7 бөртөк көрән йә һоро таптар менән сыбарланған күкһел йәшел йомортҡалар һала, уларҙы 19-22 көн дауамында баҫа. Был ваҡытта ата ҡош уға ем ташыу, оя биләмәһен һаҡлау менән мәшғүл була.
Йомортҡанан сыҡҡан саҡта себештәр йөн менән ҡапланмаған тиерлек була. Бер аҙҙан уларҙа һоро төҫтәге мамыҡ йөн үҫеп сыға. Бер айлыҡ саҡтарында ҡошсоҡтар оса башлай. Улар ныҡлап ҡанат нығытҡансы ала ҡарға ғаиләһе эргә-тирәләге аҡлан-туғайҙа ҡала.
Көҙгөһөн туптарға берләшәләр. Ҡыш көндәрен ауыл-ҡалалар эргәһендә, йыш ҡына ҡоҙғондар ғаиләһендәге башҡа ҡоштар менән йәнәш үткәрәләр.
Ала ҡарғаның рационы йыл миҙгеленә, йәшәү урынына бәйле. Ҡырҙағылар орлоҡ-емеш, кимереүселәр, емлек, ҡош себештәре, балыҡ менән туҡланһа, кеше торлағы эргәһендә көн итеүселәр башлыса ташландыҡ аҙыҡ менән ту­йына.
Ала ҡарға башҡа күп ҡоштарҙан юғары интеллекты менән айырыла. Күп ауыл-ҡалаларҙа синатроп төр. Был ҡоштарҙың һаны артҡан мәлдә, ҡайһы бер ҡоштарҙың ояларын туҙҙырып, уларзыян яһай.
Был ҡарғаның уртаса ғүмер оҙонлоғо 5-10 йыл тәшкил итә. Ҡайһы берҙәренең 20 йәшкә тиклем йәшәүе мөмкин.

Автор:Азамат Байрамғәлин
Читайте нас