Был ҡоштарҙың һаны донъяла барлығы 4,8 млн пар тирәһе иҫәпләнә. Евразия ҡитғаһында ғына таралған, 7 ярымтөрө билдәле. Ареалы Португалиянан алып киң һыҙат булып Көньяҡ Уралға килеп тоташа. Урыны менән Шотландияла һәм Балҡан ярымутрауының дингеҙ буйҙарында ла осрай. Башҡортостанда ултыраҡ, һирәк осраған ҡош.
Рәсәйҙә төньяҡ биотопта ғәҙәти ҡош булып һаналһа, көньяҡҡа табан һирәк осрай. Белгестәр билдәләүенсә, беҙҙең илдә был ҡоштоң һаны һуңғы йылдарҙа кәмей.
Бүрекле тебейектең кәүҙә оҙонлоғо — 11,5-12 см, ҡанаттарының киңлеге — 17-20 см, ауырлығы 10-15 г. Башындағы арҡыры ҡара һыҙыҡтары булған аҡ төҫлө осло бүрке менән башҡа тебейектәрҙән айырыла. Әйткәндәй, буркенең оҙонлоғо, ауышлығы ҡоштоң хәл-торошона бәйле икән.
Түше һәм сикәләре аҡ. Тамағында ҡара тап урынлашҡан. Түшенең өҫкө өлөшөндә лә ҡара төҫлө ҡулса бар. Ҡорһағы һәм ҡойроҡ аҫты һорғолт аҡ. Һырты, ҡанаттары, ҡойроғо көрәнһыу һоро. Суҡышы ҡара. Күҙҙәре асыҡ көрән йә ҡара ҡыҙыл. Тәпәйҙәре зәңгәрһыу һоро.
Инә ҡоштоң бүрке ҡыҫҡараҡ, беленер-беленмәҫ асыҡ көрән төҫмөр сағыла. Йәш ҡоштарҙың ҡиәфәте тоноҡ, бүректәре һәм муйындағы тап көрән төҫтә.
Был тебейектең тауышы тоноҡ, сыйылдаҡ. Һайрауы “зии-зии” йә “сии-сии” булып ишетелә.
Бүрекле тебейек ҡарағайҙан торған ылыҫлы урмандарҙы үҙ итә. Аралаш урмандарҙа әҙ-мәҙ осраһа ла, киң япраҡлы урмандарҙа бөтөнләй осрамай. Баҡса-парктарҙа ла был ҡошто күрермен тимә.
Март-апрель айҙарында был ҡоштарҙың ҡарығыу осоро башлана. Ата ҡош, бүркен ослайтып, инә ҡош тирәләй пыр-пыр оса.
Оя ҡороу өсөн үҙәге серек йә ҡыуыш ҡарт ағас һайлана. Уны ҡороу башлыса инә ҡош иңендә. Һирәкләп тумыртҡаларҙың, тейендәрҙең ташландыҡ ояларын ҡулланалар. Оя ерҙән 3 м бейеклектә урынлаша.
Инә ҡош 5-7 бөртөк ҡыҙғылт көрән һипкелле аҡ йомортҡалар һала һәм 13-18 көндән дауамында уларҙы баҫа. Тыуғандан һуң 16-22 көн дауамында ҡошсоҡтар ояла ҡала. Оса башлағас та, 25 көнгәсә ата-әсәһе уларҙы тәрбиәләй. Йылына ике тапҡыр ҡошсоҡтар сығарып өлгөрәләр.
Бүрекле тебейектең йәйге рационы төрлө бөжәктәрҙән, уларҙың йомортҡаларынан, ҡурсаҡтарынан тора. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерәләр. Орлоҡ-емештәр менән дә туҡланалар.
Яҙ көнө ҡайын, саған ағастарының һутын эсәләр. Йәй аҙағынан ҡышҡы һаҡлам әҙерләүгә тотона, емде ағас ярыҡтарында йәшерәләр.
Көҙгө-ҡышҡы айҙарҙа был ҡошто башҡа тебейектәрҙән, мамыҡас турғайҙан, сипылдаҡ турғайҙан торған ҡушма туптарҙа күрергә мөмкин.
Был ҡоштоң уртаса ғүмер оҙонлоғо 9 йылдан ашмай. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.