Трихинелла (трихина) – паразит йомро селәүсендәр ырыуы вәкиле. Был ырыуға 8 төр паразит инә. Уларҙың барыһы ла бик бәләкәй, нәҙектәр. Айырымдары 1-2 мм ҙурлыҡта булһа, инә паразиттар 4,5 мм ҙурлыҡҡа етә. Микроскопһыҙ уларҙы күрермен тимә.
Беҙҙең илдең ҡайһы бер төбәктәрендә был паразиттарҙы бүреләрҙең — 91%, төлкөләрҙең — 80%, айыуҙарҙың — 60%, ҡыр сусҡаларының — 21% үҙҙәрендә йөрөтә икән. Канадалағы тикшереүҙәр гризли айыуҙарының — 88%, аҡ айыуҙарҙың — 66%, ҡуяндарҙың 5% трихинелланы эйәләштергәнен дәлилләй. Аляскала аҡ айыуҙарҙың 100% тиерлек был паразитты йоҡторған.
Нимәһе менән был паразит хәүефле һуң? Трихинелла менән ағыуланған йәнлектең ите ашҡаҙанға эләгеү менән паразиттар терелә. Улар әүҙем үҫешә һәм тарала башлай. Бер инә паразит ике мең тирәһе ҡарышлауыҡ һала. Башҡа паразиттарҙың ҡарышлауыҡтары, хужа организмынан сығып, тыш мөхиттә яңы табышын көтә, ләкин трихинелла улай итмәй. Йәш паразиттар хужаһының ҡан һәм лимфа тамырҙарына, һуңынан мускулдарға, йәғни иткә үтеп инә. Ҡусҡар формаһын алып, улар үҙҙәре тирәләй махсус капсула булдыра. Шулай итеп, хужаһынының организмы тәндә сит ҡәбәхәттәр булыуын тоймай һәм иммун яуапты һүндерә.
Паразиттар хужаһы тере саҡта эргәләге күҙәнәктәрҙән туҡлыҡлы матдәләрҙе ҡулланып көн итәсәк. Әгәр ҙә инде хужаһын икенсе берәү ашаһа, шул иҫәптән кеше, яңы организмда паразиттар яңы үҫеш циклын башлаясаҡ.
Кешенең трихинелла ҡарышлауыҡтары менән зарарланыуы трихинеллёз ауырыуын барлыҡа килтерә. Фәнни яҡтан трихинеллёз – трихинелла менән зарарланған итте ашау сәбәпле мускулдарҙа трихина ҡарышлауыҡтарының эйәләшеүе менән билдәләнгән гельминтоз ауырыу тип күрһәтелә.
Зарарланыу алиментар юл менән, йәғни етерлек кимәлдә термик эшкәртеү үткәрелмәгән итте ашау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Айыуҙан башҡа зарарлы сығанаҡ булып ҡыр сусҡаһы, сусҡа, мышы-боландар, ҡуян, тюлень һәм хатта ҡомаҡ кеүек хайуандар тора.
Трихинеллёздың инкубация осоро уртаса 10-20 көн тәшкил итә. Ауырыуҙың беренсе симптомдары: эс ауыртыу, ҡоҫоу, эс китеү, тән температураһының күтәрелеүе. Күреүегеҙсә, уны берәй инфекцион ауырыу менән бутарға мөмкин.
Трихинелла ҡарышлауыҡтары ҡан тамырҙарына, мускулдарға үтеп ингән хәлдә мускулдарҙың ныҡлап ауыртыуы, бит, күҙ ҡабаҡтарының, тәндең шешеүе күҙәтелә. Ауырыуҙың ауыр формаһында тәндең көҙән йыйырыуы, нервы системаһында тотҡарлыҡтар, координация боҙолоуы, пневмония, миокардит теркәлә. Ҡан әйләнеше менән паразиттар мейегә лә үтеп инеүе мөмкин. Ҡыҫҡаһы, ваҡытында дауаланмағанда трихинеллёздан үлем осрағы 30% тәшкил итә.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар! Һунар табышы итен бешереп ашау мотлаҡ. Ә иң яҡшыһы – ҡыр хайуандары итеп ашамау.
Тәбиғәттә көн иткән йәнлектәрҙе фото-видео йә махсус булдырылған урындарҙан ҡарап ҡына һоҡланығыҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!
Фотола – ит епсәләрендәге трихинеллалар микроскоп аша ҡарағанда.