+6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
27 Март , 21:25

Йәнле мөйөшкә балалар ылыға

Балаларҙы телефондан нисек айырырға тип баш ватмаған ата-әсә бармы икән? Хатта Дәүләт Думаһы депутаттары ла балаларҙы телефондан айырыу юлдарын эҙләй. 

Йәнле мөйөшкә балалар ылыға
Йәнле мөйөшкә балалар ылыға

Балаларҙы телефондан нисек айырырға тип баш ватмаған ата-әсә бармы икән? Хатта Дәүләт Думаһы депутаттары ла балаларҙы телефондан айырыу юлдарын эҙләй. 

“БашИнком” предприятиеһы ғәмәлгә ашырған “Тере Ер” тигән республика проекты балаларҙы тормошсан шөғөлдәргә йәлеп итә. Күптән түгел“БашИнком” вәкилдәре Республика экология-биология үҙәгенә барған һәм балаларҙың бер тәжрибәһен күҙәткән. Улар орлоҡтан Трахикарпус Форчуна пальмаһын үҫтерә икән. Был үҫемлекте беҙҙең шарттарға яраҡлаштырыу ябай түгел. Орлоҡто экология үҙәгенә Ҡырымдағы Никита ботаника баҡсаһынан ебәргәндәр.

Балалар шыттырыу  өсөн пальма орлоҡтарының бер өлөшөн ҡоро һыуға ҡуя, икенсе өлөшөн  “БашИнком” етештергән “Гуми” менән “Фитоспорин” биопрепараттары ҡушылған мөхиткә һала. Артабан йәш тәбиғәт һөйөүселәр орлоҡтарҙың нисек шытыуын күҙәтәсәк. Тәжрибәгә педагог Лилә Әхмәтова етәкселек итә.

Орлоҡтарҙы әлегә үҙәктең ҡышҡы баҡсаһында шыттыралар, үҫентеләрҙе тупраҡҡа ултыртҡас, тәжрибә Лимонарийҙа дауам иттереләсәк.

Предприятие биологы Гүзәлиә Әбйәлилова Республика экология-биология үҙәгенә тағы ла биопрепараттар килтергән, шулай уҡ үҫемлектәргә көн яҡтыһына яҡын яҡтылыҡ һибә торған махсус лампа ла бүләк иткән. Ул фитолампаны ла “БашИнком” ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһында уйлап тапҡандар һәм етештерәләр.

Үҙәктә балалар төрлө үҫемлектәр үҫтерә. Уларҙың төрлө минералдар, бөжәктәр йыйылмалары бар. Тәбиғәт материалдарынан эшләнгән  һындар, әйберҙәр күргәҙмәһе ҡыҙыҡлы.

Зоология мөйөшө бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Унда балыҡтар, төрлө сысҡандар, игуана, тутыйғоштар, ирләндәр, шиншиллалар, йыландар йәшәй.

Тәбиғәт һөйөүселәр өсөн мауыҡтырғыс шөғөлдәр күп үҙәктә. Шуға үҙәк уларҙы һәр саҡ үҙенә тартып тора.

 

Йәнле мөйөшкә балалар ылыға
Йәнле мөйөшкә балалар ылыға
Йәнле мөйөшкә балалар ылыға
Йәнле мөйөшкә балалар ылыға
Йәнле мөйөшкә балалар ылыға
Йәнле мөйөшкә балалар ылыға
Йәнле мөйөшкә балалар ылыға
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас