+29 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
1 Апреля , 04:45

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!
Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар!

Ҡәҙерле уҡыусылар, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тураһында ҡыҙыҡлы факттар менән танышып алығыҙ. Тирә-яҡ мөхит тураһында белемде киңәйтеп алыу үҙегеҙгә лә файҙалы булыр.
Ҡоштар һәр береһе үҙенсә хикмәтле. Улар визуаль һәм тауыш сигналдары ярҙамында үҙ-ара аралаша. Оя ҡора, йомортҡа һала, ҡошсоҡтарын баҫып сығара, себештәрен оҙайлы ваҡыт ҡурсый, ашата, осорға өйрәтә. Күп кенә ҡоштар миҙгелгә, климат шарттарының үҙгәреүенә ҡарап, күсеп йөрөй.
Планетабыҙҙа иң күп ҡош күгәрсендәр кеүек тойола. Әммә улар һаны буйынса 21-се урынды биләй. Иң беренсе урында — турғайҙар (House Sparrow). Икенсе урында – сыйырсыҡтар, өсөнсөлә –аҡсарлаҡтар.
1. Бер йомортҡаның эсендәге һарыһы туғыҙ булыуы мөмкин;
2. Страус 50 йыл йәшәй. Уның ауырлығы 130 килограмға етә. Күҙҙәре мейеһенә ҡарағанда ҙурыраҡ. Уның йомортҡаһын ныҡ ҡаты итеп бешерер өсөн 1,5 – 2 сәғәт ҡайнатырға кәрәк;
3. Киви – донъяла осоу һәләтенән бөтөнләй мәхрүм булған берҙән-бер ҡош. Әммә уларҙың күрер күҙгә салынмаған бик кескәй генә ҡанаттары бар;
4. Колибри ҡошоноң йомортҡалары донъяла иң бәләкәйе. Ул үҙе иһә, алға ҡарап, артҡа осорға һәләтле;
5. Ҡоштарҙың ҡауырһындары уларҙың һөйәктәренә ҡарағанда ауырыраҡ тарта;
6. Иң эре, күләме 9 литрға еткән йомортҡаларҙы Мадагаскар ҡоштары — эпиорнистар һала;
7. Ҡарлуғас 4 йылға тиклем туҡтауһыҙ оса ала;
8. Осҡанда ҡоштарҙың йөрәге минутына 1000 тапҡыр тибә. Йоҡлағанда – 400 тапҡыр;
9. Иң эре, ауыр Император пингвины туғыҙ аҙнаға тиклем ашамай йәшәй ала;
10. Донъяла алты төр ағыулы ҡош бар;
11. Австралиялағы фламинго ҡошоноң 83 йыл йәшәгәне теркәлгән;
12. Тауыҡтар планетабыҙҙа киң таралған ҡоштар рәтендә;
13. Сәйәхәтсе Альбатростың ҡанат ҡағыу киңлеге 3 метр;
14. Ҡоштарҙың суҡыш формаһы улар ҡырағай тәбиғәттә ашаған аҙыҡ төрөнә тап килә;
15. Аҡсарлаҡтар тоҙҙо фильтрлаусы махсус биҙҙәре ярҙамында диңгеҙ һыуын еңел генә эсә;
16. Пеликандарҙың тамағындағы ҡапсыҡ­тары 5 литрға тиклем һыу һыйҙыра;
17. Ыласын һунар ваҡытында осоу тиҙлеген сәғәтенә 320 километрға еткерә;
18. Фламинго, аҡҡоштар кеүек үк, берәүҙе генә һөйә. Улар ишен ғүмергә бер генә һайлай;
19. Өкөләр күҙҙәрен ҡыбырҙата алмай. Уның ҡарауы, баштарын 360 градусҡа бора ала, сөнки муйынында ғына 14 умыртҡа һөйәге бар. Тәбиғәт өкөләргә өс пар күҙ ҡабағы биргән. Берәүһе – ваҡ ҡына саң бөртөктәренән һаҡлаһа, икенсеһе – осҡанда күҙҙе йомоп алырға, өсөнсөһө йоҡлағанда кәрәк.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас