

Ҡасандыр аҡҡоштарҙың ареалы Евразияның урман тундраһынан алып дала бүлкәтенә тиклем киң һыҙат булып ятҡан. Әммә кешелектең тәҫьире арҡаһында был ҡоштар һуңғы 100 йыл эсендә күп төбәктәрҙә бөтөнләй осрамай.
Әлеге ваҡытта аҡҡоштарҙың алты төрө билдәле. Шотландия, Скандинавиянан алып Сахалинға, Чукотка ярымутрауына тиклем осрайҙар. Күпләп оя ҡорған төйәктәре — Көнбайыш Себерҙең һәм Төньяҡ Ҡаҙағстандың күлдәре һәм һаҙҙары.
Рәсәйҙең Европа өлөшөндә башлыса миграция ваҡытында ғына осрайҙар. Каспий, Аҙау (Азов), Ҡара, Урта диңгеҙҙәренең яр буйҙарында, ҡайһы берҙәре Балтик диңгеҙендә, Бөйөк Британия ярҙарында ҡышлай.
Башҡортостанда аҡҡоштарҙың өс төрө бар: ҡаңғылдаҡ аҡҡош, ышылдаҡ аҡҡош һәм бәләкәй аҡҡош. Ҡаңғылдаҡ аҡҡош башлыса Башҡортостандың Урал алдында осраһа, ышылдаҡ аҡҡош Урал аръяғында һәм һирәкләп Урал алдында күҙәтелә. Бәләкәй аҡҡош беҙҙә миграция мәлендә генә туҡтап китә.
Ҡаңғылдаҡ аҡҡоштоң кәүҙә оҙонлоғо — 145-170 см, ҡанаттарының киңлеге — 218-250 см, ауырлығы — 7-10 кг. Ҡаҙҙан ҙурыраҡ, ышылдаҡ аҡҡош ҙурлығында.
Ҡаңғылдаҡ аҡҡоштоң суҡышы ҡара, суҡыш төбө һары. Ышылдаҡ аҡҡоштоң суҡышы ҡыҙыл, төбө ҡара. Ҡауырһын ҡапламы аҡ. Йәш ҡоштарҙың ҡауырһындары аҡһыл-һоро, суҡыштарының төбө алһыу-һары, аяҡтары алһыу була. Муйыны оҙон, нәҙек. Ышылдаҡ аҡҡоштоң муйыны ҡалыныраҡ, “S” формаһында бөгөлгән. Ҡаңғылдаҡ аҡҡош йөҙгәндә муйынын тура тота. Ҡанаттары киң, оҙон. Аяҡтары ҡара төҫтә. Һыуҙа ултырған ҡаңғылдаҡ аҡҡош ҡойроғон горизонталь рәүештә тота.
Ҡаңғылдаҡ аҡҡоштоң тауышы яңғырауыҡлы, “Ҡаңҡ” булып ишетелә. Осҡан саҡта ҡанаттарының тауышы ишетелмәй тиерлек.
Яҙғыһын был аҡҡош Башҡортостанда урыны менән март айында уҡ күренә башлай. Күпләп апрель-май башында ҡайталар. Егерме ҡошҡа еткән туп менән осалар.
Үҙ биләмәһенә ныҡ бәйле. Күрән, ҡамыш, тал ҡыуаҡтары үҫкән ҙур күл ярҙарында, һаҙлыҡтарҙа, туғайҙарҙа оялай. Ояһын һыу ятҡылығынан 10-20 м алыҫлыҡта урынлаштыра. Ояһы ҙур, үлән, мүк, нәҙек ботаҡтарҙан яһай, мамыҡ менән йылыта.
Аҡҡоштар — моногам ҡош. Йылына бер тапҡыр бала сығаралар. 4-7 (һирәкләп 9-ға тиклем) аҡ йомортҡаларҙы инә ҡош 31-40 көн дауамында баҫа. Ата ҡош биләмәһен һаҡлай, инә ҡошҡа ашарға ем ташый. Ҡошсоҡтарға ике ай самаһы булғанда улар оса башлай.
Әле тоҡом ҡалдырыуға етешмәгән йәш ҡоштар май уртаһынан берләшә. Йәйен был ҡоштар тундра күлдәрендә һәм төньяҡ йылғаларында йыйыла.
Аҡҡоштар йылы яҡҡа һуңлап китә. Тәүге туптар сентябрь аҙаҡтарында юлланһа, ҡайһы берҙәре октябрь аҙағында – ноябрь башында ғына китә.
Был аҡҡош һыуҙа үҫкән үлән, умыртҡаһыҙҙар, ваҡ балыҡтар менән туҡлана.
Ҡаңғылдаҡ аҡҡош яҡынса 10-12 йыл йәшәй. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Был ҡош борондан халҡыбыҙҙа изге тип һаналған. Уға һунар итеү ҡәтғи тыйылған, уның ҡарғышы кешегә бәхетһеҙлек килтерә, тип ышанған ата-бабаларыбыҙ.
Башҡорт мифологияһында аҡҡош бәхет ҡошо булып һанала, Ҡояшты сағылдыра, кешеләрҙе ҡурсалай, кеше ҡиәфәтенә инә ала. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосында ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы Һомай берсә сибәр ҡыҙға, берсә аҡҡошҡа әйләнә.
Төрки халыҡтарында ғына түгел, башҡа Азия халыҡтарының мифологияһында ла аҡҡош төп ҡатын-ҡыҙ персонажы менән бәйле.
Азамат Байрамғәлин.