+29 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
16 Апреля , 08:45

Ерек

ЕрекЕрек
Ерек

"Еректең сәскә атыуы яҙ миҙгеленең тыуыуын белдерә", ти миҙгелдәрҙә тәбиғәт үҙгәрештәрен теркәп барыусы белгестәр – фенологтар. Ысынлап та, иң беренсе булып, иртә яҙ менән, ҡар иреп бөтөүҙе лә көтмәй, ерек сәскә ата.
Еректең сәскәһе айырым енесле. Ата сәскәләр үренделәрҙең өҫкө өлөшөндәге һырғаларға йыйылған. Уларҙағы һеркәләрҙе ел, тирә-яҡҡа осороп, үренделәрҙең аҫҡы өлөшөндәге суҡҡа йыйылған инә сәскәләрҙе һеркәләндерә.
Боронго кельттар ерек ағасының сәскә атыуы менән Яңы йылды ҡаршылағандар. Боронғо Исланд халҡы мартты "Ерек айы" тип атаған. Шулай итеп, был һанда яҙ миҙгеленең хәбәрсеһе – ерек ағасы менән танышайыҡ.
Ерек (русса — ольха, латинса — аlnus) – ҡайындар ғаиләһенә ҡараған ағас. Һаҙмырт урындарҙы, дымлы уйһыулыҡтарҙы үҙ итә, яр буйҙарында, һыулы ерҙә 60-200 йәшкә тиклем үҫә.
Оҙонлоғо — 5-20 м, диаметры 60 см-ға тиклем. Сатыры ҡуйы, олоно төҙ, тармаҡлы. Ҡайырыһы ҡара йә һорғолт-көрән. Япрағы эре, бысҡы ситле, йоморо.
Еректең 50 төрө билдәле. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Мәҫәлән, йөрәк япраҡлы ерек (ольха сердцелистная) Кавказ һәм Иран тауҙарында 2,5 км бейеклеккә тиклем тау­ҙарҙа ла үҫә.
Европала ғәҙәти ағас. Себерҙә, Байкал аръ­яғын­да, Ҡытай, Корея, Япония, Һиндостанда ерек­тең Себер, бөҙрә һәм буяу (красильная) төр­ҙәре үҫә икән. Канада һәм Аляскала ла таралған. Хатта Кордильер, Аңд тауҙары буйлап таралып, Көньяҡ Американың көньяғында ятҡан Утлы Ер утрауҙарында ла осрай был ағас.
Башҡортостанда ла ерек киң таралған. Беҙҙә аҡ ерек һәм ҡара йәки һаҙ ереге үҫә. Ҡыҙыл ерек­тәр бик һирәк, улар Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
Ерек тәбиғәттә ҙур әһәмиәтле. Ул йырындар­ҙы, битләүҙәрҙе тамырҙары менән нығыта. Туп­раҡ­ты азот менән байыта. Һуңынан ул ерҙә башҡа үҫемлектәр үҫә ала.
Ерек — баллы ағас, һитә (перга) бирә. Ҡыҙыу йәйге селләлә ҙур булмаған йылға-шишмәләргә кибергә бирмәй. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, ерек үҫкән уйһыулыҡтарҙа эҫе көндәрҙә лә һыу ята, уның киң ботаҡтары аҫтында һауа еләҫ. Ҡышҡыһын иһә ерек төбөндә һыу туңып бармай.
Ҡыҙыулыҡ менән янғаны өсөн кешеләр еректең элек-электән файҙаһын күргәндәр. Уның утынын яҡшы баһалайҙар, ағас күмере эшләйҙәр. Элек был күмер тимерселектә файҙаланылған.
Ерек төтөнөндә милли аш-һыуҙы әле лә ыҫ­лай­зар. Тағы ла еректән тәбиғи буяу етештергәндәр. Ҡайырыһынан, сәскәләренән, йәш ботаҡтарынан йәшел, һары, ҡара, көрән, ҡыҙыл төҫтәге буяу килеп сыҡҡан.
Ерек һыуҙа сереп бармай. Шунлыҡтан Голландия, Дания, Төньяҡ Италия халҡы өйҙәр төҙөү өсөн еректән терәк бағана (свай) ҡаҡҡандар. Шулай уҡ, ҡоҙоҡ бураһын, күпер, пирс кеүек төҙөлмәләр ҡороуҙа ла ҡулланылған был ағас.
Башҡорт теленә "ерек" фарсы теленән ингән тип аңлатыла. Халҡыбыҙҙа ерек, уҫаҡ кеүек үк, кире семантикалы ағас. Хатта "Ерек үрсеһә насар, донъяла буталыш башлана" тигән ышаныу ҙа бар. Ерек үҫкән ерҙә кире биоэнергетика, ул ерҙә оҙаҡ булырға ярамай, тип тә яҙыла.
Шулай ҙа, еректең кеше һаулығына файҙаһы ҙур. Ул ҡан тамырҙарын таҙарта, ашҡаҙан-эсәк юлдарының гастрит, сей яра, эс ҡатыу, эс китеү кеүек ауырыуҙарына ҡаршы тора, паразит-бактерияларҙы юҡ итә.
Был ағастың бар өлөшө лә файҙалы. Япраҡтарын — июнь-июлдә, тубырсығын емеше өлгөрөү мәленә – октябрь-ноябрҙә, ҡайырыһын ҡышын йыйып, киптереп, Ҡояш төшмәгән йылы урында һаҡларға кәңәш ителә.
Халыҡ элек-электән ереклек булған ерҙә, йылға буйҙарында төпләнгән. Мәҫәлән, Башҡортостандың Ғафури, Мәләүез райондарында — Ерек, Күгәрсен, Миәкә, Бишбүләк, Баҡалы, Асҡын, шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә Ерекле тип аталған ауылдар бар. Тағы ла Башҡортостанда, Ырымбур өлкәһендә Ерекле исемле өс йылға аға.

Азамат Байрамғәлин.

Автор:
Читайте нас