+29 °С
Облачно
Тирә-яҡ мөхит
21 Апреля , 04:25

“Беҙ барыбыҙ ҙа Ер тип аталған караптың пассажирҙары”

“Беҙ барыбыҙ ҙа Ер тип аталған караптың пассажирҙары”“Беҙ барыбыҙ ҙа Ер тип аталған караптың пассажирҙары”
“Беҙ барыбыҙ ҙа Ер тип аталған караптың пассажирҙары”

20 мартта Бөтөн донъя һыу көнө билдәләнә. Һыу ресурстары – йылға, күл, канал, һыу­һаҡлағыстар, диңгеҙ һәм океан һыуы, ер аҫты һыуы, тупраҡ дымлылығы, боҙлоҡтар, атмос­фераның һыу парҙары – йәшәү сығанағы. Ер йөҙөнөң 70 проценты һыу менән ҡапланған булһа ла, уның 97,5 проценты тоҙло һәм эсергә яраҡһыҙ. Ҡалған 2,5 проценты ғына сөсө һыу. Уның да 68,7 проценты тиерлек — боҙлоҡтарҙың туңған һыуы. Шулай итеп, кеше әлегә планетаның дө­йөм һыу ресурстарының бер процентын ғына файҙалана.
Шуға ла беҙҙең халыҡ борондан йылға буйҙарында йәшәргә тырышҡан. Күп йылғаларҙа гидроэлектростанцияларҙың эшен тәьмин итеүсе һыуһаҡлағыстар булдырылған. Шулай уҡ һыу­һаҡ­лағыстар сәсеүлектәрҙе һуғарыу, ерҙәрҙе дымландырыу, халыҡты һәм сәнәғәт предприятиеларын һыу менән тәьмин итеү, суднолар йөрөтөү, бүрәнә ҡыуыу, ташҡынға ҡаршы көрәш, ял ойоштороу өсөн дә файҙаланыла.
Тоҙло һыу ятҡылыҡтары ла ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки Рәсәй территорияһы 12 диңгеҙ менән сиктәш. Улар шулай уҡ илдең транспорт юлдары булып тора. Шуға күрә һыуҙы һаҡсыл тотонорға, исраф итмәҫкә кәрәк.
1971 йылда 21 мартты Халыҡ-ара урман көнө тип иғлан итәләр. Был көндө экологик ойошмалар ағас ултыртыу буйынса акциялар ойоштора.
Ҡыҙыҡлы факттарға күҙ һалып үтәйек:
– Дендрология – ағастарҙы өйрәнеүсе фән;
– Урмандар – ҡоро ер майҙанының өстән бер өлөшөн биләй;
– Леонардо Да Винчи билдәле бер бейеклектәге ағастың бөтә ботаҡтарының ҡалынлығы суммаһы олононоң диаметрына тигеҙ, тип билдәләгән;
– Джунглиҙа планетаның хайуандар һәм үҫемлектәр төрҙәренең өстән ике өлөшө йәшәй;
– Иң бейек ағас – Аҡш-тың Калифорния штатындағы “Редвуд” Милли паркында үҫкән секвойя. Уның бейеклеге — 116 м.;
– Иң боронғо ағас – Швеция тауҙарындағы шыршы. Уның йәше – 9500 йыл;
– Донъяла иң таралған япраҡлы ағас – ҡайын;
– Ҡуян, бизон, сысҡан кеүек хайуандар урмандарҙың үҫеүенә ҡамасаулай. Улар орлоҡтарҙы ашай һәм үҫентеләрҙе зарарлай;
– А4 форматындағы бер ҡағыҙ битен етештереү өсөн 15-20 г ағас кәрәк;
– Уртаса бер ағас йылына 100 кубометр кислород етештерә.
22 апрель — халыҡ-ара Ер көнө.
Был көндө планетаның төрлө мөйөштәрендә, ағастар ултыртып, мәҙәни акциялар үткәрәләр. Был байрам ғына түгел, кешенең беҙҙе уратып алған мөхиткә ҡарата мөнәсәбәте тураһында уйланырға бер сәбәп.
“Беҙ барыбыҙ ҙа Ер тип аталған караптың пассажирҙары” тигән бөйөк Антуан де Сент-Экзюпери.
Ирҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән;
Ер ҡәҙерен белмәгән – ашын юғалтҡан;
Ерҙең даны ирҙән;
Ерҙән айырылған елгә осор;
Ерһеҙ кеше — илһеҙ кеше;
Ере байҙың – иле байыр, тигән борон ата-бабаларыбыҙ.
Тыуған тупраҡты һаҡлағыҙ! Еребеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда, шуны онотмайыҡ, дуҫтар!


Зөлфиә ЯҠУПОВА әҙерләне.

 

Таһир Рәхимов һүрәте.

Ауырғазы районының Талбазы ауылы.

Автор:
Читайте нас