+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Замана һөнәрҙәре
24 Май 2021, 10:12

Өфө дәүләт нефть техник университетында электрон кейемдәр етештерелә

Был уҡыу йортонда студенттар һәм педагогтар уйлап тапҡан дизайн буйынса заманса костюмдар тегелә. Бында креатив йәштәр ут лампалары менән балҡыған футболкалар, тәнде тирләтмәй торған спорт формаларын етештереү өҫтөндә эш алып бара.

Сәнәғәт предприятиелары өсөн йылы һаҡлаған термо- кейемдәр тәҡдим ителә. Пульт аша идара ителгән электрон кейемдәр инженерҙар,архитектор, дизайнер һәм программистар менән берлектә етештерелә.
Читайте нас: