+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Замана һөнәрҙәре
1 Сентябрь 2021, 10:03

Кем ул, профайлер?

Ниндәй генә яңы һөнәрҙәр юҡ был донъяла. Психология менән бәйле һөнәрҙең береһе - профайлер. Кешене үтә күрә тиҙәр профайлерҙар тураһында.

Кем ул, профайлер?
Кем ул, профайлер?

Профайлер – ул алдауҙы кешенең мимикаһы, үҙен тотошо һәм һөйләшеүе аша күрә белеүсе эксперт.

Профайлерҙар бөгөн махсус идарала, банктарҙа, кадрҙар бүлегендә, аэропорттарҙың, ҡунаҡханаларҙың хәүефһеҙлек хеҙмәтендә бик кәрәкле кешеләр. Улар кешеләрҙен нийәттәрен алдан күрә. Әйтәйек, аэропортта енәйәт ҡылырға йөрөгән кешеләрҙе алдан күреп быға юл ҡуймаусы - профайлер.

Профайлер булыр өсөн шәп хәтер, аналитик фекерләү, ваҡ әйберҙәргә иғтибарлы булыу зарур. Шулай уҡ һәйбәт күҙәтә белер кәрәк. Иң мөһиме - психологияны һәйбәт белеү инде. Юҡ барға ышаныусы кешеләр был эштә эшләй алмай.

Был һөнәр кешеләре арыу ғына эш хаҡы ла ала.

фото: DR

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: