-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Замана һөнәрҙәре
18 Декабрь 2021, 17:10

Менеджмент айырым тармаҡ түгел

Менеджмент айырым тар­маҡ түгел, әммә идара итеү буйынса бел­гестәр иҡтисадтың һәр өлкәһен­дә талап ителә. Менеджмент йүнәлешенең күп кенә һөнәрҙәре бер генә өлкәгә ҡарамай, йәғни был һөнәр эйәләре төр­лө йүнәлеш­тә эш­ләй ала. Киләсәктә иһә яҡшы ойош­тороу һәләте булған­дарға ихтыяж ар­тасаҡ.

Менеджмент айырым тармаҡ түгел
Менеджмент айырым тармаҡ түгел

Менеджмент айырым тар­маҡ түгел, әммә идара итеү буйынса бел­гестәр иҡтисадтың һәр өлкәһен­дә талап ителә. Менеджмент йүнәлешенең күп кенә һөнәрҙәре бер генә өлкәгә ҡарамай, йәғни был һөнәр эйәләре төр­лө йүнәлеш­тә эш­ләй ала. Киләсәктә иһә яҡшы ойош­тороу һәләте булған­дарға ихтыяж ар­тасаҡ. Күберәк профессионал­дар сит­тән тороп эш­ләүгә күсәсәк, был бер юлы бер нисә проект өҫтөн­дә эш­ләүҙе күҙ уңын­да тота.

ТАЙМ-БРОКЕР (2020 йылға тиклем) – ирекле бел­гестәрҙең ваҡытын “һатыусы”, йәғни асыҡ баҙар шарт­тарын­да бүтән­дәрҙең мәшғүл­леге менән идара итеүсе бел­гес. Технологиялар үҫеш­кән һайын, даими рәүеш­тә офиста ул­тырыу мохтажлығы кәмей бара. Бынан тыш, сит тел­дәр бел­гән профессионал сит ил­дәрҙең заказ биреүселәре менән дә эш­ләй ала. Фрилансерҙарға ла, эш биреүселәргә лә һөҙөмтәле аралашсы етмәй, шуға күрә тай­м-брокерҙарға ихтыяж ар­тасаҡ.

ТАЙМ-МЕНЕДЖЕР (2020 йылға тиклем) – шәх­си һәм дөйөм ваҡыт­ты һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса бел­гес. Уның төп бурысы – яңы технология мөмкин­лектәрен һәм шәхестең йәки кол­лективтың ихтыяжын иҫәп­кә алып, ваҡыт­ты бүлеүҙе оптимал­ләш­тереү.

ЭКОАУДИТОР (2020 йылға тиклем)  – сәнәғәт предприятиеларын­да аудит үт­кәреп, етеш­тереү эшен модернизациялау (яңыр­тыу), хеҙмәт ысул­дарын үҙгәр­теү иҫәбенә тирә-яҡ мөхит­кә йоғонтоно кәметеү буйынса бел­гес. Был һөнәр яңы түгел, әммә уға мохтажлыҡ ар­та ғына бара. 2005 йыл­дан Мил­ли экологик аудитор палатаһы эш­ләй, ун­дағы бел­гестәр үҙ ал­лы экологик экспер­тизалар үт­кәрә, экоаудитор фир­маларына ак­кредитация бирә, аудитор-экологтар әҙер­ләй. Әммә тейеш­ле ҡанун­дарҙың бул­ма­уы һәм предприятиеларҙың ябыҡ экологик сәйәсәте әлегә тар­маҡтың үҫешенә тотҡар­лыҡ яһай, әммә хәл тиҙҙән үҙгәрәсәк.

ТРЕНДВОТЧЕР/ФОРСАЙТЕР (2020 йылға тиклем) – иҡтисадтың төр­лө өлкәһен­дә, йәмғиәт тор­мошон­да, сәйәсәт­тә, мәҙәниәт­тә бар­лыҡҡа кил­гән яңы тен­денцияларға күҙәтеү яһаусы һәм клиент­тарҙың ихтыяжына уларҙың нисек йоғонто яһа­уы буйынса хисап­лама (отчет) төҙөүсе бел­гес. Ал­дағы йыл­дарҙа “киләсәк образы” менән эш­ләй белеү идарасыларҙың вазифаһына инәсәк, тип күҙал­лана.

КОРПОРАТИВ АНТРОПОЛОГ (2020 йылға тиклем) – ант­ропологик ысул­дар (мәҫәлән, күҙәтеүсе ҡатнаш­лығын­да) ярҙамын­да инновацион продукт­тар компанияһы баҙарын өй­рәнеүсе, компанияның үҙ аудиторияһы менән бәй­ләнешен арт­тырыусы бел­гес.

 МӘҘӘНИ-АРА БӘЙ­ЛӘНЕШ (КРОСС-КУЛЬТУРА) МЕНЕДЖЕРЫ (2020 йылға тиклем) – компанияның сит тел­дәге документ әй­ләнешен оҙатыусы, фекерҙең төп мәғәнәһен (мәҫәлән, слоган һай­лауҙа) конт­рол­дә тотоусы, хеҙмәт­кәрҙәрҙе сит тел­дә уй­лағанын дөрөҫ ет­керә белергә һәм сит ил пар­тнерҙары менән аралашыу ҡағиҙәләренә өй­рәтеүсе бел­гес. Компания етәкселегенә сит ил­дә бизнес алып барыу мәсьәләләре буйынса консультация бирә.

ШӘХСИ БРЕНД-МЕНЕДЖЕР (2020 йылға тиклем) – заказ биреүсенең маҡсатынан һәм талаптарынан сығып, социаль сел­тәрҙәр һәм бүтән саралар ярҙамын­да персональ имидж бул­дырыусы. Шәх­си бренд – заман бизнес-коучин­гының мөһим өлөшө. Маҡсат­лы аудиторияға яраш­лы образ бүтән­дәрҙән айырылып торорға һәм йәмғиәт тарафынан үҙ өлкәһен­дә лидер булараҡ ҡабул ителергә мөмкин­лек бирә. Шуға ла был һөнәргә ихтыяж ар­та.

ОНЛАЙН-ҺАТЫУ МЕНӘН ИДАРА ИТЕҮСЕ МЕНЕДЖЕР (2020 йылға тиклем) – оффлайн-компанияларҙың тауарын Интернет аша һатыуҙы ойош­тороусы, Интернет­та маркетинг кампаниялар бул­дырыусы бел­гес. Он­лай­н-магазин­дарҙың эшен көй­ләй йәки клиент­тар өсөн хеҙмәт­лән­дереүҙе яҡшыр­тыу (тау­арҙы тиҙ арала ет­кереү һ.б.) буйынса пар­тнерҙар менән эш­ләй.

Ҡайҙа белем алырға?

“Менеджмент” һәм “маркетинг” йүнәлеше буйынса күп уҡыу йорт­тары белем бирә. Белем биреү кимәле иң яҡшы тип иҫәп­лән­гән­дәре: “Юғары иҡтисад мәктәбе” мил­ли-тикшеренеү университеты, Г. В. Плеханов ис. Рәсәй иҡтисад университеты, Дәүләт идара итеү университеты, РФ Президенты эргәһен­дәге Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы, М.В. Ломоносов ис. Мәскәү дәүләт университеты.

Яҡшы идарасы булыу өсөн тәүҙә техник белем алыу кәрәк. Идара итеү оҫталығын арт­тырыу йәһәтенән бизнес-мәктәптәр ярҙамға киләсәк: “Сколково” Мәскәү идара итеү мәктәбе, Мәскәү дәүләт университетының Юғары бизнес мәктәбе, Юғары менеджмент мәктәбе (“ЮИМ”; Санкт-Петербург дәүләт университеты) һ.б.

 

Ләйсән ШӘРИПОВА әҙер­ләне.

фото: https://pixabay.com/

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: