+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Замана һөнәрҙәре
19 Декабрь 2021, 17:05

Мәҙәниәт һәм сәнғәт замана һөнәрҙәре

Мәҙәниәт – кешелек эшмәкәрлегенең иң боронғо тармаҡтарының береһе. Хәҙер күпселек эште техника башҡарғанлыҡтан, ижад менән шөғөлләнгән кешеләр һаны артасаҡ, тип фаразлай белгестәр. (Фотофильтрҙар ярҙамында художестволы фото төшөрөү бер ни тормай, махсус программалар студияла музыка яҙҙырыуға тиңләшә һ.б.).

Мәҙәниәт һәм сәнғәт замана һөнәрҙәре
Мәҙәниәт һәм сәнғәт замана һөнәрҙәре

Талантлы кешегә был үҙ аудиторияһын табырға булышлыҡ итһә, бихисап ижад емештәре араһынан ҡайһыһы сәнғәт тип баһаланыуын билдәләүе ауырға төшәсәк.

Коллектив сәнғәт кураторы – аныҡ ижади проектты тормошҡа ашырыу өсөн арт-төркөм йыйыусы белгес. Бындай төркөмдәргә төрлө профилле рәссамдар, ғалимдар, программистар, инженерҙар, бүтән тармаҡ белгестәре инергә мөмкин.

ИЖАДИ ХАЛӘТ ТРЕНЕРЫ – ижади һөнәр кешеләрен юғары креативлы “ағым хәленә” килтерә алыусы майнд-фитнес буйынса белгес. Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү йәһәтенән дә эш алып бара.

ЭСТЕТИК ҮҪЕШ БУЙЫНСА ШӘХСИ ТЬЮТОР – ҡулланыусыға ижади әйберҙәр менән хеҙмәттәшлек өсөн шәхси траектория булдырыусы. Мәҙәниәт-сәнғәтте яҡшы белә, клиентының теләгенән, зауығынан, мөмкинлегенән сығып, эстетик үҫеш программаһын төҙөй. Мәҫәлән, Урта быуаттан алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр архитектура, дизайн, музыка, әҙәбиәт, кино өлкәләрендә готик стил үҫешенә байҡау яһай ала.

SCIENCE–РӘССАМ – ижади эшмәкәрлегендә ғилми мәғлүмәт һәм белем ҡулланыусы кеше. Science-art айырым рәссамдар тарафынан ғына ҡулланылмай, ә уны етди уҡыу йорттары ла файҙалана.

АРТ-БАҺАЛАУСЫ (ОЦЕНЩИК) – сәнғәт өлгөләренең төрлө элементтарҙан торған, ҡатмарлыҡтары менән айырылған яңы форматын (сайнс-арт, стрит-арт, перформанс) баһалауға һәләтле белгес.

Бындай белемде ҡайҙа алырға була?

Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты, Британия Юғары дизайн мәктәбе (“Хәҙерге сәнғәт” факультеты),  Родченко ис. Мәскәү фотография һәм мультимедия мәктәбе, Строганов ис. Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһы, Мәскәү дәүләт гуманитар университеты (“Сәнғәт тарихы”), Рәсәй дәүләт махсуслашҡан сәнғәт академияһы, С. А. Герасимов ис. Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография университеты, Санкт-Петербург мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты (“Сәнғәт”, “Донъя мәҙәниәте”), Смольный ирекле сәнғәт һәм фән факультеты (СпДУ).

Ләйсән ШӘРИПОВА әҙерләне.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: