Халыҡ-ара цирк көнө 2010 йылдан тәүге тапҡыр билдәләнә башлай. Йәмғеһе 25 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, байрам ителә. Донъя буйынса меңәрләгән цирк бар.
Ул сәнғәттең боронғо төрҙәренең береһе һанала. Акробаттар, жонглёрҙар, клоундар, цирк һыбайлылары сығыштары боронғо донъя тарихында уҡ телгә алына. Тик хәҙерге цирк XVIII быуаттың аҙағында ғына барлыҡҡа килә.