+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Замана һөнәрҙәре
6 Сентябрь 2022, 10:59

ҺӨНӘР ЭЙӘҺЕ

“Ой, ҡайһылай бәләкәс кенә уҡыусы!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Быға яуап итеп, уҡытыусым: “Мин аңламайым, был башҡорт балаһына белем нимәгәлер инде?” Мал тиҙәге ташлар өсөн махсус белем кәрәкмәй ҙә инде!” – тип әйтеп һалды. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен бик аңлап етмәһәм дә, улар хәтеремдә мәңгегә уйылып ҡалды.

ҺӨНӘР ЭЙӘҺЕ
ҺӨНӘР ЭЙӘҺЕ

Борон-борон заманда донъяға килдем мин. Был ваҡиғаға хатта 67 йыл үтеп киткән. Һеҙҙеке кеүек минең дә атай-әсәйем донъяла иң яҡшылары. Атайым Ғәбделхай Архангель районы Аҙау ауылынан. Олатайым  Әхмәтвәли, 1917 йылда тыуған мулла Сәйфел-Мөлөктөң(уның исеменән беҙҙең фамилия барлыҡҡа килгән) улы. Совет заманында ниндәйҙер “хужа”ға ике фамилия оҡшамаған, шуға ла беҙ Мөлөков булып киткәнбеҙ. Сәйфел-Мөлөктөң атаһы Сәмиғулла (Сәмиғол) 1797 йылғы булған. Уның атаһы – Ҡаһарман, һуңынан Аҙнағол, Ташйөрәк, Мәргән, Ҡаракеше, Аҙау. Минең улым Салауат һәм ейәнем Арыҫлан.  Шулай итеп, миңә Мөлөковтарҙың ун өс быуыны билдәле. Нәҫелемде барлап, дәүләт архивында ҡаҙынып, күпселек ата-бабаларымды тапһам да, ҡайһы береһенең тыуған йылын белмәйем.

Әсәйем Яппарова Хөркәй Кушнаренко районының Әхмәт ауылынан. Уның атаһы Тәхетдин дә ауыл муллаһы була. Уның ҡарт олатаһы Яппар ҙа мулла була. Әсәйемдең фамилияһы ла шунан килә. Ҡыҙғанысҡа күрә, әсәйемдең нәҫелен тулыһынса белеп етмәйем.

Заманында атайымды Боҙаяҙ районына эшкә ебәрәләр. Мин Боҙаяҙ ауылында донъяға килгәнмен. 1956 йылда Боҙаяҙды ике районға – Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондарына бүлделәр. Атайыма ике райондың береһендә эшләргә тәҡдим яһанылар. Ләкин, атайым, балаларға яҡшыраҡ белем биреү өсөн тип, Белорет ҡалаһына сығып китте.

     Беҙ дүрт бала. Мин иң кесеһе булдым. Белоретҡа килгәндә миңә дүрт йәш тә юҡ ине. Ҡала ситенән ер алып, атайым өй төҙөнө. Кәзәләребеҙ, үрҙәк-тауыҡтарыбыҙ бар ине. Минең үтенесем менән, өҫтәп, йорт ҡуяндары ла алдылар. Уларҙы ҡарау минең елкәгә йөкмәтелде. Үлән йолҡоп килтереп, уларҙы көн дә ашатам. Бер ваҡыт ситлек ишектәрен ябырға онотҡанмынмын, бер нисә баш ҡуяным ҡасып сығып киткән. Уларҙы тотам тип, көн буйы мәшәҡәтләндем. Ә ҡуяндарым, мин улар менән “баҫтырыш” уйыны уйнайым икән тип уйлағандарҙыр күрәһең, ҡыуанышып, йүгерешеп йөрөнө.

Балалар баҡсаһына барырға мин ҡырҡа ҡаршы булдым. Уның ҡарауы, ете йәшем тулыр-тулмаҫ мәктәпкә мәктәпкә барғым килде. Директор апай, мине күргәс тә: “Буйы ла үҫешмәгән балаға ниндәй мәктәп, ти! Уҡый алмаҫ!” – тине. Атайым “Улым “һә” тигәнсә уҡырға өйрәнәсәк!” тип ныҡыша. Шул саҡ, был эште башланғыс синыфтар уҡытыусыһына йөкмәтеп, мәктәп директоры миңә имтихан ойошторорға булып китте. Хәҙер генә ул балаларҙы иң беренсе өйҙә уҡыталар, шунан һуң ғына мәктәпкә бирәләр. Беҙҙең заманда беренсе синыфҡа килгән балаларҙың  уҡый-яҙа белеүе мотлаҡ түгел ине. Миңә өлкән ағай-апайҙарҙан алған белемем ярҙам итте: уҡый ҙа, яҙа ла беләм. Уҡытыусының биргән һорауҙарына шартлатып яуап бирәм.

     Имтиханды уңышлы үтеп, мәктәпкә алындым. Тик, уҡыуы ҡыҙыҡ булмай башланы. Сөнки, уҡытыусы биргән белемде мин беләм. Бер заман, уҡыусылар, мәктәп коридорында маршҡа баҫып йөрөйбөҙ. Уҡытыусымдың әхирәте, сафтың иң артында йүгерә-атлай китеп барған тәпәшәк кенә буйлы малайҙы –  мине – күреп ҡалды ла: “Ой, ҡайһылай бәләкәс кенә уҡыусы!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Быға яуап итеп, уҡытыусым: “Мин аңламайым, был башҡорт балаһына белем нимәгәлер инде?” Мал тиҙәге ташлар өсөн махсус белем кәрәкмәй ҙә инде!” – тип әйтеп һалды. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен бик аңлап етмәһәм дә, улар хәтеремдә мәңгегә уйылып ҡалды. Уҡытыусының башҡа милләткә ҡарата насар ҡарашта булыуын мин үҙемә һуңғараҡ асыҡланым. Ҡырҡ йыллап ваҡыт үткәс, ошо уҡ уҡытыусым, миңә һәр ваҡыт ышанғанлығын белдереп, туғандары аша сәләмдәрен күндерҙе.

Дүрт синыф уҡығас, урта мәктәпкә күстем. Бында барыһы ла башҡаса булды. Һәр фәндән – төрлө уҡытыусы. Минең өсөн ят күренеш: яҡшы уҡыуым, дөрөҫ яуаптарым өсөн барыһы ла маҡтай. Буйым һаман да тиҫтерҙәремдән күпкә ҡайтыш булһа ла мине отряд советы рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар. Алдағы синыфтарҙа йәмәғәт йөкләмәһе ҡыҙыҡ булмай башланы, шуға ла икенсе уҡыусыны рәйес иттеләр. Ҡыҙыҡһынып уҡыным. Ҡайһы саҡта, дәрестәремде әҙерләргә ялҡауым килде, шуға әле бик ныҡ үкенәм. Атай-әсәйем балаларын һәр яҡлап тәрбиәләргә тырышты. Әсәйем иҙән йыуырға ла, ҡоймаҡ ҡойорға ла, аш бешерергә лә өйрәтте. Атайым миңә бер ҡосаҡ эш ҡоралы һатып алды. Бәләкәй балта, сүкеш, ҡасау, йышҡы, ҡыҫтырғыс, игәү менән нисек эшләргә өйрәтте. Атайым мине Белорет ҡала сәнәғәт комбинатының (горпромкомбинат) токарь станогы артына баҫтырып ҡуйғанда миңә ун дүрт йәш ине. Оҫта мине токарь эшенә өйрәтте.

Кәзәләрҙән бик күп ыҙа күрҙем. Ни өсөндөр улар урамда ғына йөрөмәй, ҡырға сығып китергә ынтылып ҡына торҙолар. Һуңынан эҙләп тә табырмын тимә ул мөстәндәрҙе! Кәзәләребеҙ ағас ҡайырын кимерергә яратты. Беҙҙ йәшәгән Стәрлетамаҡ урамының тауы аҫтында ғына  Белорет металлургия заводының капиталь төҙөлөш базаһы булды. Йыш ҡына бында бүрәнәләр килтерҙеләр. Кәзәләр ошо базаға килеүҙе ғәҙәт итеп алды. Ҡапҡа төбөндә, сит яттарҙы үткәрмәй, ҡарауылсы торҙо. Кәзәләргә һаҡсының тороуы-тормауы барыбер,  улар ҡапҡанан хәйлә менән үтеп китә. Ошондай мәлдәрҙең шаһиты булырға тура килде миңә: өйөрө менән ҡапҡа төбөнә киләләр ҙә торалар. Бер аҙҙан араларынан ҡыйыуырағы ҡапҡанан үтергә маташҡан булып, ҡарауылсыны албырғата башлай. Кәзәне ҡыуырға маташҡанда, башҡалары елдерә һуғып, тыйылған ергә инеп китә.  Ҡарауылсы, йәне көйөп, тегеләрҙе ҡыуырға маташҡанда, теге беренсе кәзә лә көтөү артынан саба. Шулай, күҙ асып, йомғансы бөтөнөһө лә бүрәнә араһына инеп тулып, юҡҡа сығалар. Кис һайын ошо ҡасҡалаҡтарҙы эҙләп табып, өйгә алып ҡайтыу, миңә йөкмәтелгән ҡатмарлы эш ине. Шул ваҡытта был йән көйҙөргөстәрҙән ҡотолорға кәрәк тигән уйҙар ҡайнаша башлай. Һатып алыусылар килһә, тиктормаҫтар йәл булып китә, йәшәргә тағы ла ҡалдыралар. Уның ҡарауы кәзәләр яҡшы тоҡомдан ине. Әсәйем уларҙың шифалы һөтөн һауып, мамығынан ҡупшы шәлдәр бәйләне.

Бер заман физика  дәресенә әҙерләнмәй килдем. Синыфташымдың ҡулынан китапты тартып тигәндәй алдым да ҡабаланып, уҡый башланым. Уҡытыусы быны күреп ҡалғандыр инде, мине таҡтаға сығарҙы. Интерференция һәм дифракция темаһын һөйләп ебәрҙем, китапта күргән һүрәттәрҙе таҡтала һыҙғылап ташланым. Уҡытыусым бер һүҙ ҙә өндәшмәне, башын ғына сайҡап ҡуйҙы. “Ә хәҙер яңы тема, - тине ул, –  интерференция һәм дифракция,” – тине лә теманы һәйбәт итеп аңлатып бирҙе. Баҡһаң, синыфташымдың китабы өйгә эштең һуңғы битендә асылған булған, ә мин, ҡурҡыштан, өйгә бирелгән теманан ары киткәнмен. Әрләмәнеләр. Шулай ҙа дәрескә әҙерләнеп йөрөү өсөн был миңә һабаҡ булды.

Урта мәктәпте тамамлағас, “күпте беләм, белемем етәрлек” тип уйланым. Яңылышҡан булып сыҡтым. Армияла хеҙмәт иткәндә шуны аңланып, кем уҡыған, улар офицер дәрәжәһендә ябай һалдаттарға бойороп ҡына йөрөнө.

     Армиянан һуң артабан белем алырға тигән ҡәтғи ҡарарға килдем һәм юридик факультетҡа уҡырға индем. Уҡыу бик ҡыҙыҡ һәм файҙалы булды. Уҡыуымды тамамлағас дүрт йыл заводта юрисконсульт булып эшләнем. (Юристконсульт – ул бөтөн закондарҙы ла белгән һәм башҡаларға аңлатҡан кеше.)

Һуңғараҡ миңә ҡазый (судья) булып эшләргә тәҡдим яһанылар. Был тиклем дә яуаплы эште атҡара алмаҫмын тип, оҙаҡ ризалашманым. Шулай ҙа мине күндерҙеләр, Өфө ҡалаһының Октябрь районы судында судья булып эшләй башланым. Судья ҡатмарлы тормош мәсьәләләрен сисә. Әгәр кемдер, йәмғиәт закондарын боҙоп, дөрөҫ юлдан бармай икән, мәҫәлән, берәй әйбер урлаһа, судья, законға ярашлы, был кешене язаға тарттыра. Әгәр ҙә хеҙмәткәргә эш хаҡын түләмәһәләр, йәберләһәләр, судья был кешене яҡлашып, ғәҙеллеккә өлгәшә.

Биш йыл район судында эшләгәндән һуң район судтарының эштәрен тикшереү өсөн Башҡортостан Юғары Судына күсерҙеләр. Был бик ауыр һәм ҡатмарлы эш. Был дәүерҙә иң беренсе мәктәптә һәм университетта алған белемдәрем ярҙамға килде миңә.

Урал Мөлөков,

Юрист, отставкалағы Юғары суд судьяһы, һәүәҫкәр яҙыусы.

 

 

 

 

ҺӨНӘР ЭЙӘҺЕ
ҺӨНӘР ЭЙӘҺЕ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: