4-6 ноябрҙә Баш ҡалабыҙ Өфөлә "Балалыҡтың хәүефһеҙ юлы" республика бәйгеһе үтте.
Конкурста республиканың 7 районынан һәм 5 ҡалаһынан 12 команда ҡатнашты.
Быйыл уйын “Уҡытыусы һәм остаз йылы” һәм Йәш юл хәрәкәте инспекторҙары отрядтары ойошторолоуҙың 50 йыллығына арналды.
Салауат ҡалаһының “Йәшлек”Балалар-үҫмерҙәр үҙәгенең “Йәшлек-лайв” командаһы тамашасыларына иң яҡшы кисерештәр бүләк итеп, “Иң креатив команда”номинацияһына, ә команда капитаны “Иң яҡшы капитан” бүләгенә лайыҡ булды.
Иң күңелле һәм тапҡыр исемдәр өсөн республиканың 12 районы һәм ҡалаһы командалары ярышты. Асҡын, Бәләбәй, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Хәйбулла райондары, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларының КВН төбәк уйындарында еңеүсе 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты.
Ярышты Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, БР буйынса ЭСКЕ эштәр Министрлығының ЮХХДИ идаралығы ойошторҙо.
Йәш юл хәрәкәте инспекторҙарына уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ, афарин!