-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Замана һөнәрҙәре
19 Май 2024, 11:10

Һөнәр һайлау – яуаплы эш

Әле сығарылыш синыфы уҡыусылары һәм уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн айырыуса яуаплы мәл. Ҡайҙа уҡырға инергә, тормошто ниндәй һөнәр менән бәйләргә? Бындай мөһим аҙым эшләгәндә нисек хаталанмаҫҡа?  

Һөнәр һайлау  – яуаплы  эш
Һөнәр һайлау – яуаплы эш

Әле сығарылыш синыфы уҡыусылары һәм уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн айырыуса яуаплы мәл. Ҡайҙа уҡырға инергә, тормошто ниндәй һөнәр менән бәйләргә? Бындай мөһим аҙым эшләгәндә нисек хаталанмаҫҡа?

Һуңғы йылдарҙа Рәсәй хеҙмәт баҙарында  шундай күренеш күҙгә сағыла: бер яҡтан, сәнәғәттә  эшселәр етешмәй, икенсе яҡтан, юғары белемле йәш белгестәрҙең  16%-ы эшһеҙ.  Белгестәр быны йәштәрҙең дөрөҫ һөнәр һайламауынан килә тип аңлата. Беҙҙең бурысыбыҙ – уҡыусыларға бөгөнгө көндә талап ителгән  һөнәрҙәр һайларға ярҙам итеү.

Уҡыусылар, һеҙҙең ҡайһыберҙәрегеҙ ҡулдарығыҙға аттестат алып техникум, колледж, лицейҙарға уҡырға барыр, кемдәрҙер ике йылдан шундай һайлау алдына баҫыр. Һәр кемгә үҙ юлын һайлар кәрәк. Иң мөһиме: үҙ юлыңды һайлағанда яңылышмаҫҡа. Сөнки кешенең артабанғы  йәшәү рәүеше, ҡыҙыҡһыныуҙары, бәхете, һаулығы, етеш тормошо уның дөрөҫ һөнәр һайлауынан тора. Һөнәр һайлап, кеше үҙ тормошон үҙе төҙөй тип бушҡа әйтмәйҙәр.

Психологтан кәңәш:

  1. Иң тәүҙә эске ынтылышыңа ҡолаҡ һалырға кәрәк.
  2. Киләсәктә үҙеңде кем итеп күрергә теләүең шулай уҡ бик мөһим. Теләк менән хыялды айырыу мотлаҡ.
  3. Әгәр холҡоғоҙ буйынса тотонған һәр эште атҡара ала торған заттан булһағыҙ, хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәр ихтыяж менән файҙаланыуын белеү ҙә һис ҡамасауламаҫ.
  4. Карьера хаҡында хыялланғандар ҙа юҡ түгел. Улар өсөн хатта эш хаҡынан бигерәк ҙур вазифа биләү һәм етәксе урында эшләү мөһим. Психологтар ундайҙарға хеҙмәт биржаһына тиклем мәғариф баҙарын да өйрәнергә кәңәш итә. Был ҡайһы вузды, ниндәй факультетты тамамлағандарҙың ҙур ойошма, компанияларҙа алмаштырғыһыҙ булыуын асыҡлау өсөн эшләнә.
  5. Шулай ҙа ниндәй генә заманда, быуатта йәшәүгә ҡарамаҫтан, иң тәүҙә һәр кеше үҙенең мөмкинлектәренә, һәләтенә объектив баһа бирә белергә тейеш. Ниндәй һөнәр һайлаһа ла, ниндәй эшкә тотонһа ла, был – һәр кемдең шәхси эше, аҙымы. Һөнәргә беҙ килем сығанағы ғына итеп ҡарарға тейеш түгелбеҙ, ул – йәшәү рәүеше лә. Еңел-елпе ҡараш кешенең үҙен генә түгел, яҡындарын да, уны уратып алғандарҙы ла һынау алдына ҡуйыуы ихтимал. Бер кеше өсөн дә әҙер рецепт, әҙер юл юҡ. Һайлаған йүнәлешегеҙ, эшегеҙ үҙегеҙгә лә, башҡаларға ла ҡыуаныс килтерһен, рухи яҡтан үҫтерһен!

Киләсәктәге уңыштар бөгөнгө тырышлыҡтан тора. Шуға бар көстө уҡыуға, белем алыуға йүнәлтеү мөһим. Бөтә сығарылыш класы уҡыусыларына Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттары студенттары булыуҙарын, яратҡан һөнәрҙәренә эйә булып бәхетле һәм мул тормошта йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Сәлимә Ҡаранаева әҙерләне.

 

Нимә ул һөнәр, вазифа, квалификация?

Һөнәр-кешенең хеҙмәте, эше, уға йәшәү һәм үҫешеү өсөн ярҙам итеүсе сара

Вазифа- ойошмала кешенең биләгән  урыны

Квалификация- Һөнәри оҫталыҡты күрһәтеүсе сара

 

  • Супервайзер –бизнес өлкәһендә, дәүләт  эшмәкәрлегендә, ғилми, мәғариф институттарында административ вазифа биләүсе кеше
  • Провизор-дарыуҙарҙы етештереүсе, һаҡлаусы, һатыусы белгес
  • Веб-дизайнер – интернет-сайттар төҙөүсе белгес
  • Маркетолог – сауҙа өлкәһендә тауарҙарҙың һорау менән файҙаланыныу өйрәнеүсе белгес
  • Эколог- тәбиғәтте һаҡлаусы белгес
  • Стилист-имиджмейкер – берәй образдың тышҡы ҡиәфәтен барлыҡҡа килтереүсе кеше, ул идеяларға бай булырға тейеш
  • Менеджер- предприятиеларҙа бөтә эште ойоштороусы

 

 

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: