“Атайсал”да ижади балалар осрашты
“Атайсал” мәҙәни үҙәгендә балалар һәм үҫмерҙәр араһында кейеҙ баҫыу буйынса рәссамдар өсөн “Юлай Улы – Салауат” республика конкурсы призерҙарын бүләкләнеләр. Был конкурс башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналды. Балалар ҡоролай һәм һыулап кейеҙ баҫыу номинацияларында ярышты. Конкурсҡа Башҡортостандың 12 Муниципаль берәмегенән 57 ғариза килә. Финалға 14 эш һайлап алына.
Фойела балаларҙың конкурс эштәренән торған ҙур күргәҙмә эшләне. Төрлө йәштәге балаларҙың һәр береһе кейеҙ баҫыу серҙәрен бик теләп, оло ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнгән. Гран-приға Өфө ҡалаһының 162-се “Смарт” мәктәбе уҡыусыһы Жанель Кодашова лайыҡ булды.
Учалы районы Уральск ауылының “Ирәмәл” ижади үҙәгенә балалар баҡсаһынан алып йөрөйҙәр. Педагогтар Динә Мөхәммәт ҡыҙы Мөхәммәтова һәм Аида Әнүәр ҡыҙы Кинйәбаева балаларҙы төрлө ҡул, шул иҫәптән кейеҙ баҫыу эштәре менән таныштыра. Йәйгеһен ҡыҙҙар һарыҡ йөнөн эшкәртергә, уны туҡырға, бәйләргә өйрәнә. “Юлай улы – Салауат” исемле кейеҙ баҫыу конкурсы тураһында ишеткәс, Варвара менән Йәзилә унда ҡатнашырға теләк белдерәләр. Кейеҙ баҫыу менән улар таныш булһа ла, бындай ҡатмарлы эшкә тотонанғандары юҡ ине әле. Мәктәптән һуң көн һайын ижад итәләрр. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙар конкурста еңеп, призлы урындар яуланы. Ҡыҙҙар бик тә шат!
Етәкселәре Динә Мөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтова юғары категориялы өҫтәмә белем биреү педагогы һәм “Мәғариф отличнигы”. “Уҡыусыларым Варвара Рябцева һәм Йәзилә Үҙәнбаева “Ирәмәл” ижади үҙәгендә бик теләп шөғөлләнә. Беҙҙең Үҙәк Учалы ҡалаһының ижад Һарайы филиалы булып тора. Быйыл ҡыҙҙар икенсе синыфты тамамланы. Үҙәктең “Художестволы бәйләү һәм мәрйен менән үреү” бүлегендә улар биш йәштән алып шөғөлләнә”- тине “Художестволы бәйләү һәм мәрйен менән үреү” бүлеген 27 йыл етәкләгән Динә Мөхәмәт ҡыҙы.
Конкурста әүҙем ҡатнашыусы Софья Груздеваға 15 йәш. Ул Өфө ҡалаһынан килгән. 9-сы синыфты “бик яҡшы” билдәләренә тамамлаған. “Бала саҡтан уҡ һүрәт төшөрөргә һәм ижад менән шөғөлләнергә яратам. 2021 йылдан алып Дим биҫтәһендә урынлашҡан 3-сө сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнәм. Уҡытыусым Әминә Хәмзә ҡыҙы Уйылданова “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә үтәсәк кейеҙселәр ярышында ҡатнашырға тәҡдим иткәс, был идея бик оҡшап ҡалды. Конкурста ҡатнашырға булдым. Быға тиклем кейеҙ баҫыу менән бер ҡасан да шөғөлләнмәнем, шуға был эшем минең өсөн ижади башланғыс булып тора. Миңә кейеҙ техникаһы бик оҡшаны. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм киң мәғәнәле эш икәненә төшөндөм. Артабан да ошо йүнәлештә уҡыуымды дауам итәсәкмен һәм үҫешәсәкмен, сөнки мин кейеҙ баҫыу техникаһына ғашиҡ булдым,” – ти, 3-сө урын яулаған Өфө ҡыҙы Софья.
Әминә Хәмзә ҡыҙы Дим биҫтәһендә урынлашҡан 3-сө балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм Республика конкурстары лауреаты. Ул төрлө күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Дим биҫтәһендә урынлашҡан Сәнғәт мәктәбенә лә ҡыҙҙар дәрестән һуң бик теләп йөрөй.
-Маҡсатлы рәүештә беренсе тапҡыр кейеҙ баҫырға өйрәндек. Ҡыҙҙарға ла, үҙемә лә бик оҡшаны был шөғөл. Башта эскиздарҙы төҫлө вариантта ҡағыҙҙа эшләнек. Йөн һатып алып, эшләгән һүрәтебеҙҙе кейеҙгә күсерҙек. Уҡыусыларымдың уңыштарына ифрат та ҡыуандым.
Азалия Ғәйетбаева ла буш ваҡыттарында кейеҙ баҫыу менән шөғөлләнә. Беренсе тапҡыр кейеҙгә тотоноуына ла өс йыл самаһы ваҡыт үткән. Азалияға кейеҙҙе һыулап баҫыу нығыраҡ оҡшай икән. “Йөндөң бер-береһенә йәбешеп китеү процесын яратам,” – ти, ҡыҙ.
Рәзидә Фирғәт ҡыҙы Хисамитдинова юғары категориялы уҡытыусы. Сибай сәнғәт колледжының художество бүлеге асылғандан бирле эшләй. Был уҡыу йортонда композиция, сәнғәт тарихы, донъя мәҙәниәте тарихы предметтарын алып бара. Төп йүнәлеше рәсем сәнғәте, әммә кейеҙ баҫыу менән дә шөғөлләнә. Азалия Ғәйетбаеваның уҡытыусыһы. “Азалия уҡыу отличнигы, даими рәүештә конкурстарҙа ҡатнаша. Яуаплы, теүәл, үҙаллы, бик тәрбиәле, изге күңелле бала. Баймаҡта сәнғәт мәктәбендә кейеҙ баҫырға өйрәнә,”- ти, педагог, беренсе урын алыусы уҡыусыһын ҡотлап!-
Фидания Фидай ҡыҙы Һүҙҙәтованың уҡыусыһы Софья Сафина 13 йәш. Ул Дәүләкән ҡалаһы Сәнғәт мәктәбенең “Һынлы сәнғәт” бүлегендә шөғөлләнә. Кейеҙ баҫыуға айырыуса тырышлыҡ,ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай ҡыҙ.
Кейеҙсе булараҡ, был Софьяның беренсе наградаһы түгел. Салауат Юлаев темаһын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итеп, төрлө-төрлө эскиздар эшләй. Конкурсҡа ебәргән эшен кейеҙ баҫыу сәнғәтенең төрлө техникаларын ҡулланып баҫа.
Софьяға материал үҙе бик оҡшай: йөндө йомшаҡлығы, наҙлылығы, һығылмалылығы өсөн ярата. Тиҙ үҙләштерә, уҡытыусыһының иҫкәрмәләрен ишетә белә. Уҡыусылар кейеҙ баҫыу техникаһын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итә, тыуған яҡтың мәҙәни мираҫын һаҡлауға ҡушыла. ашҡортостандың халыҡ традициялары сығанаҡтары, орнаменттар, милли мәҙәниәт символикаһы менән таныша . Фидания Фидай ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһында кейеҙ курстарында уҡып ҡайтҡандан һуң уҡыусылары менән кейеҙ баҫыу техникаһын ҡуллана башлай.
Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы Үтәбәева, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, бик күп күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан:
-Кейеҙ баҫыу менән 2015 йылда шөғөлләнә башланыҡ. Зилә Мазһар ҡыҙы Лира Рәхмәт ауылында кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә башлағас та, үҙем менән ҡыҙым Таңсулпанды ла алып йөрөй башланым. Тәүҙә картиналар баҫты, аҙаҡ тәпешкә, ҡыҫҡа ҡуңыслы быйма, стилләштерелгән бәләкәй һаҡал баҫып алды. Һәр бер әйберен үҙенсә тырышып биҙәне, сикте, ситтәрен ырғаҡ менән матурлап ҡуйҙы. Күңел йылыһын һалып баҫҡан ҡайһы бер әйберҙәрен бүләккә лә тапшырҙы. Шул тиклем ихлас шөғөлләнә. Һигеҙ йәшендәге картина баҫып ултырған фотоһын интернет селтәренә ҡуйғайныҡ, шуны оҡшатып бер эмблемаға ла ҡуйғандар ине.
Әле лә "Юлай улы - Салауат" тип аталған балалар араһында ойошторолған конкурста ҡатнашырға теләк белдереп, йәһәтләп йөн тетергә кереште. Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, конкурста I урынлы дипломға лайыҡ булды, - тине Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында үҙҙәренең бәләкәй өйөн шәхси кейеҙ баҫыу мастерскойына әйләндергән Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы Үтәбәева
Башҡортостан республикаһының мәғариф отличнигы, юғары квалификациялы педагог, кейеҙ үҙәге етәксеһе Нәфисә Рәбис ҡыҙы Ғилметдинова:
-Саҡмағошта балалар сәнғәт мәктәбе ҡарамағында инде 2 йыл кейеҙ үҙәге эшләп килә. Кейеҙ үҙәгендә теләгән һәр кем өсөн һәм район ҡунаҡтарына оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Был һөнәргә балалар ҙа теләп өйрәнә. Улар төрлө техникала кейеҙ баҫыу менән шөғөлләнә: ҙур күләмле уйынсыҡтар, кейеҙҙән милли “ризыҡтар” коллекцияһы, башҡорт эпостары һәм легендалары, тыуған яҡтың тәбиғәте темаһына паннолар эшләй.
“Юлай улы – Салауат” конкурсында дүрт уҡыусым уңышҡа өлгәште.
Хәмәтшин Ислам күләмле уйынсыҡтар эшләргә ярата. Конкурсҡа панноны ла ул бик теләп эшләне. Эшһөйәрлеге һәм ныҡышмалылығы менән айырылып тора. София Хәмәҙиәрова сәнғәт мәктәбен уңышлы тамамланы. Бик талантлы ҡыҙ, бейей ҙә, һүрәт төшөрөргә лә ярата.
Айлина Ғарифуллина "Һынлы сәнғәт" класы буйынса уҡыуын тамамланы. Уның кейеҙҙән эшләнгән “Батыр” исемле диплом эше бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Ильяс Байғусҡаровтың “Туған яғым легендаһы” темаһына бер нисә эше бар. Унда төп геройҙар –батырҙар.
Әҙилә (Аделия) Хәйретдинова Өфө районы Чесноковка мәктәбендә уҡый. Һынлы сәнғәт менән мауыға. Кейеҙ менән эшләргә әүәҫ. Был эшкә ул өләсәһе Фатима Салауат ҡыҙынан өйрәнгән.
“Юлай улы – Салауат” республика конкурсында уңышлы ҡатнашыусылар барыһы ла шат. “Атайсал” мәҙәни үҙәгенә, конкурсты ойошторусыларға балалар, ата-әсәләр рәхмәттәрен белдерә.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларға яңы еңеүҙәр, илһам һәм уңыштар теләйбеҙ!
Зилә Лира – “Атайсал” мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе.